Шоңҡар
+7 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Бизмәнгә һалып
25 Апрель 2022, 10:05

Халыҡ-ара ДНК көнө

Ейәнем тип йөрөтһәм дә, уның ысын атаһы улым түгеллеген йөрәгем менән тоя инем. Шуға ла бөтә ҡыйыулығымды йыйып, улыма был хаҡта әйттем, ДНК анализы бирергә  кәңәш иттем.

Халыҡ-ара ДНК көнө
Халыҡ-ара ДНК көнө

Улым өйләнеп, дүрт-биш ай торманы, малайҙары  тыуҙы. Күңелдә ниндәйҙер шик яралаһа ла, өндәшмәнем. Улыма күптән түгел генә утыҙ йәш тулғас, бәлки, бөтөнләй өйләнмәй ҡуйыр, ти ҡурҡтым. Киленем беҙгә күсеп килде (беҙ ҙә, улар ҙа Өфөлә йәшәйбеҙ). Әммә

килен тигәнебеҙ баш баҫып ҡына йәшәргә теләмәне. Кәйеф-сафа ҡорорға яратты, йәш балам бар тип тормай, әле бер, әле икенсе әхирәтенә ҡунаҡҡа китә лә бара. Ҡунып та ҡайтҡылай башланы. Асыуым килһә лә, өндәшмәҫкә, йәштәр араһына ҡыҫылмаҫҡа тырыштым.

Шулай арлы-бирле йәшәй торғас, киленем бөтөнләй ҡайтмаҫ булды. Улым үҙҙәренә барып, балаһы менән уйнап ҡайтыр ине. Бер аҙҙан:

- Килеп йөрөмә! - тип тыйған.

Улым быны бик ауыр кисерҙе. Малайын  шул тиклем ярата ине. Көндәрҙең береһендә киленебеҙ: "Алиментҡа бирә, әйҙә, фатирығыҙҙы бүләйек. Мин һеҙҙең балағыҙҙы ҡарайым", - тип шылтыратмаһынмы. Бер нисә көндән әсәһен дә эйәртеп килде. Ошо хаҡта һөйләшергә килгәндәр.

Ейәнем тип йөрөтһәм дә, уның ысын атаһы улым түгеллеген йөрәгем менән тоя инем. Шуға ла бөтә ҡыйыулығымды йыйып, улыма был хаҡта әйттем, ДНК анализы бирергә  кәңәш иттем. Тәүҙә улым быға тамсы ла ышанманы.

- Һин нимә, әсәй, ул минең балам, - тине.

Шулай ҙа бер көндө улым анализ тапшырғас, бөтәһе лә мин әйткәнсә булып сыҡты. Улым, әлбиттә, тәүҙә  ныҡ ҡайғырҙы, үҙенә урын тапманы...

Бер  аҙҙан киленем тағы шылтыратты. Үҙенә ошо хаҡта әйткәс, хушлашмай ҙа телефонды ташланы.

Хоҙай һәр кемде үҙ ише менән ярата, тиеүҙәре хаҡ икән. Быйыл йәй улыбыҙ ҡабаттан ғаилә ҡорҙо. Киленебеҙ үҙебеҙ белгән һәйбәт ғаиләнән. Бәхетле  була күрһендәр!

Автор:Венер Исхаков
Читайте нас: