Шоңҡар
+9 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Бизмәнгә һалып
31 Октябрь 2022, 17:45

Беҙҙе өҫтәмә ял көтә

Халыҡтар берҙәмлеге көнө — Рәсәйҙә 2005 йылдан башлап йыл һайын 4 ноябрҙә билдәләнгән дәүләт байрамы.

Беҙҙе өҫтәмә ял көтә
Беҙҙе өҫтәмә ял көтә

«Йома 4 ноябрҙә илебеҙҙә билдәләнгән Халыҡтар берҙәмлеге көнөнә бәйле беҙҙе өҫтәмә ял көтә», — тип белдерҙеләр Башҡортостандың Дәүләт инспекцияһында.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Рәсәйҙең Хеҙмәт кодексына ярашлы 4 ноябрь эш көнө булмаған байрам көнө булып тора. Тимәк, йыллыҡ түләүле отпуск биргәндә ул отпускының календарь көндәре иҫәбенә индерелмәй һәм ял бер көнгә оҙайтыла. 3 ноябрҙә эш ваҡыты бер сәғәткә ҡыҫҡартыла.

Халыҡтар берҙәмлеге көнө — Рәсәйҙә 2005 йылдан башлап йыл һайын 4 ноябрҙә билдәләнгән дәүләт байрамы. Уның тарихы 1612 йылда Мәскәүҙе поляк баҫҡынсыларынан азат итеү ваҡиғаһына бәйле.

https://bash.bashinform.ru/news/social/2022-10-31/respublikala-y-a-esh-a-na-y-bashlandy-3010063

Сығанаҡ: "Башинформ"

Автор:Венер Исхаков
Читайте нас: