Шоңҡар
-3 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Бизмәнгә һалып
31 Август 2023, 10:41

Ҡыҙыл майҙанда – немец самолеты!

ПВО тарихында беренсе тапҡыр бик күп офицер постарынан “оса”.  

Ҡыҙыл майҙанда – немец самолеты!
Ҡыҙыл майҙанда – немец самолеты!
Ҡыҙыл майҙанда – немец самолеты!
Һәүәҫкәр немец осоусыһы Матиас Руст 1987 йылдың 28 майында – СССР Сик буйы ғәскәрҙәре көнөндә(?!) – еңел самолетта бер ниндәй тотҡарлыҡһыҙ 1 мең километр осоп, Мәскәүҙең Ҡыҙыл майҙанына килеп етә, Василий Блаженный соборы янына ергә төшә. Кабинанан сыҡҡас, автограф таратырға тотона, фотокамералар алдында ҡылана. Автограф алырға теләүселәр араһында сит ил кешеләре лә була. Ун минуттан һуң тәүәккәл егетте ҡулға алалар... Яңылыҡ бөтә донъяға тарала.
Ни өсөн бәреп төшөрмәгәндәр?
Матиас AFG концернында инженер-электрик булып эшләүсе Карл-Хайнц һәм Моника Руст ғаиләһендә 1968 йылдың 1 июнендә тыуған. Биш йәшендә атаһы тәүге мәртәбә аэродромға алып барғас, осоу хаҡында хыяллана башлай. 1986 йылда Гамбург аэроклубында осоусы лицензияһы ала.
1987 йылдың 13 майында Матиас Руст “Сессна” самолетында Ютерзан ҡалаһы аэропортынан осоп китә. Самолетты үҙҙәренең клубынан алып тора, өҫтәмә яғыулыҡ бактары ҡуя. Төньяҡ диңгеҙе өҫтөнән биш сәғәт осҡас, Шетланд утрауҙары аэродромдарының береһенә төшә. Иртәгеһен Вагарға (Фарер утрауҙары) юл тота.
15 майҙа Руст Исландияның Кеблавик аэропортына төшә. Бында ул 1986 йылдың октябрендә Рейган менән Горбачев осрашҡан урынға – Хёвдиҙа була.“...Мин үҙемдең был урындың рухы менән элемтәгә инеүемде тойҙом. Мине саммиттың уңышһыҙлыҡҡа осрауы көйөндөрҙө, бында үткән көҙҙә була алмауыма үкендем. Был мине юлды дауам итергә этәрҙе лә инде”, – тип яҙа һуңынан Матиас Руст.
22 майҙа Руст Бергенға (Норвегия), унан 25 майҙа Хельсинкиға (Финляндия) оса. Хәҙер, Гамбургтан 2600 миль үткәс, үҙендә маҡсатына өлгәшеү өсөн етерлек оҫталыҡ туплауын тоя. Шулай ҙа үҙенең нервы көсөргәнешен тота алыуына шикләнә. Даими икеләнә: “Эйе, мин быны эшләргә тейешмен” – “Юҡ, был аҡылһыҙлыҡ”.
28 майҙа ул аэропортҡа килеп, “Сессна”ға яғыулыҡ ҡоя, һауа торошон тикшерә, диспетчер хеҙмәтенә Стокгольмға ике сәғәтлек осоу планын бирә. “Шөрләһәм, был альтернатив маршрут булыр”, – тип уйлай.
Мәскәү ваҡыты менән 13 сәғәт 21 минутта Руст һауаға күтәрелә. 20 минуттан һуң Нуммела ҡалаһы районында уның самолеты аэропорт менән идара итеү зонаһынан сыға. Руст барлыҡ элемтә сараларын да һүндерә, курсты ҡырҡа үҙгәртә. Самолет Хельсинки менән Мәскәүҙе тоташтырған һауа трассаһындағы алдан билдәләнгән нөктәгә Балтик диңгеҙе ярҙары буйлап 200 метр бейеклектә осоп үтә. Сәғәт икеләр тирәһендә радиолокация станциялары экрандарынан юғала. Диспетчерҙар эҙләү-ҡотҡарыу операцияһы иғлан итә. Фин ҡултығы ярынан 40 километрҙа ҡотҡарыусылар май таптарына юлыға. Самолет һәләкәткә осраған, тип уйлайҙар. Быға тулыһынса ышаныу өсөн өҫтәмә көс талап ителә. Руст иһә хәрәкәт көслө булған һауа трассаһы өҫтөнән түбән генә осоп, Кохтла-Ярве ҡалаһы янында совет сиген үтеп, Мәскәүгә юл тота. Һуңынан уға ялған ҡотҡарыу сигналы өсөн 100 мең долларҙан ашыу суммаға счет тотторалар.
Көн аяҙлы-болотло. Руст магнит компасы һәм алдан билдәләнгән объекттарға – Чуд күле, Ильмень күле, Селигер күле, Ржев – Мәскәү тимер юлына юҫыҡлана. Литвалағы һауа һөжүменә ҡаршы оборонаның (ПВО) дежур радиотехник подразделениелары лазутчикты 14 сәғәт 10 минутта уҡ күрә. Ул “свой – чужой” саҡырыуҙарына яуап бирмәй, уға 8255-се һаны бирелә. Өс ракета дивизионы хәрби әҙерлеккә килтерелә. Улар тәртип боҙоусыны оҙата бара, ләкин бәреп төшөрөү командаһы алмайҙар. “Свой – чужой” саҡырыуына яуап бирмәгән самолетты беҙҙең радиолокация саралары шунда уҡ күрһә лә, уға беренсе булып рядовой Дильмагомбетов иғтибар итә.
Ул был хаҡта ротаның идара итеү пункты буйынса дежурныйы капитан Осиповҡа хәбәр итә. Шунан “Сессна”ны икенсе станцияның операторы ефрейтор Шаргородский ҙа күрә, ул да оператив дежурныйға таныш булмаған объектты күҙәтеүен әйтә.
Ләкин юғары контроль пунктында мәғлүмәтте 15 минутҡа тотҡарлайҙар – кем осҡанын: дәүләт сиген боҙоусымы әллә осоу режимын боҙоусымы икәнен асыҡларға теләйҙәр. Хәбәр, һуңлап булһа ла, команда буйынса артабан тапшырыла. Рустты тоторға өлкән лейтенант Пучниндың истребителе оса.
Ул “Сессна” өҫтөнән ике мәртәбә осоп үтә, контроль пунктына “фюзеляж буйлап зәңгәр төҫтәге һыҙатлы спорт тибындағы еңел моторлы самолет” күреүен хәбәр итә. Ерҙән сикте боҙоусыны бәреп төшөрөргә приказ бирелһә, хатта атырға ла тура килмәҫ – форсаждың ут ҡылысын тоҡандырыу ҙа етә, ергә янған киҫәктәр генә төшөр ине.
Яуап протоколына индерелгән Русттың һүҙҙәре буйынса, ул совет самолетын бер генә мәртәбә күргән, хатта кабиналағы бер рәттә ултырған летчиктарҙың ҡыҙғылт һары комбинезондарын һәм кислород битлектәрен айырған.
– Мин ергә ултырырға команда көттөм, – тип раҫлай Руст. – Ләкин ул бирелмәне. Шуға күрә 600 метр бейеклектә 117-се курсты һаҡланым.
ПВО-ның Ленинград айырым армияһы командующийы генерал Кромин икеләнә. Ул, йәнәһе, “хаталанып” совет сиген боҙған Көньяҡ Кореяның “Боинг” истребителен Алыҫ Көнсығышта бәреп төшөргәс индерелгән инструкцияны хәтеренә төшөрә. Был инструкция пассажир һәм еңел моторлы самолеттарҙы юҡ итеүҙе тыя. Генерал ғазапланып хәл итеү юлдарын эҙләй. Шуның менән егеттең ғүмерен һаҡлап ҡала. Бына уның армия контроль пункты менән һөйләшеүҙәренән өҙөк:
– Нимә, бәреп төшөрәбеҙме? Летчик “Як-12” тибы, ти. (“Сессна”ға оҡшаған спорт тибындағы еңел моторлы самолет. – Ред.)
Руст самолетының “Як-12”-гә оҡшауы генерал Кроминда яңылыш фекер тыуҙыра ла инде. Күктә – таныу режимын тоҡандырырға онотҡан йәки ҡорамалы ватылған осоу режимын боҙоусы, тип хәл итәләр. Самолетты оҙатып барыуҙы ПВО-ның Мәскәү округы подразделениеларына тапшыралар.
Күккә Тапа, Андреаполь, Хотылово һәм Бежецк аэродромдарынан “МиГ-21”, “МиГ-23” дежур звенолар күтәрелә.
Псков өлкәһенең Гдов ҡалаһы районында “Сессна”ны күҙ менән күрәләр. 14 сәғәт 29 минутта летчиктарҙан контроль пунктына болоттар араһындағы “фюзеляж буйлап зәңгәр төҫтәге һыҙатлы спорт тибындағы еңел моторлы самолетты” күҙәтәбеҙ тигән мәғлүмәт килә.
Русттың самолеты түбәндән, әкрен тиҙлектә – сәғәтенә яҡынса 140 километр тиҙлектә оса. Беҙҙең летчиктар уның менән рәттән барыу өсөн реактив истребителдәрҙең тиҙлеген кәметә алмай. Улар ерҙән аныҡ командалар көтөп, “Сессна” өҫтөнән уҡтай осоп уҙа (сәғәтенә яҡынса ике мең километр). Ләкин командалар бирелмәй. Летчиктар үҙ аэродромдарына борола.
Псков районында авиаполктың өйрәнеү осоштары бара. Руст Мәскәүгә йүнәлгәс, полкта дәүләт таныу системаһы коды алмаштырыла. Бөтә летчиктар ҙа 15 сәғәттә был кодты ҡәтғи алмаштырырға тейеш. Ләкин ҡайһы бер мәүештәр быны эшләмәй. Һәм “чужой”ға әйләнә. Осоштар етәксеһе самолеттар геүләүе аҫтында, хәлде тикшереп тормай, барлыҡ истребителдәргә лә “свой” билдәһе бирә. Улар иҫәбендә – Русттың “Сессна”һы ла. Үҙе быны белмәһә лә, Мәскәүгә “свой” битлеге аҫтында тыныс ҡына барып етә.
Бер сәғәт тирәһе үткәс, Руст Селигер өҫтөнән оса, башҡа соединениеның яуаплылыҡ зонаһына эләгә, ләкин хәҙер уны Торжок ҡалаһы янындағы катастрофаға юлыҡҡан Хәрби-һауа көстәре самолеттарын эҙләүҙә ҡатнашыусы тип ҡабул итәләр. Хәрби тәртип боҙоусыны күҙәтеүҙәрен аңлағанда, ул ПВО-ның Мәскәү округы зонаһына инә. Унда һәм ПВО-ның Үҙәк команда пунктына алдан хәбәр итмәй, осоусы еңел моторлы самолет тураһында мәғлүмәт бирәләр – бындай һауа объекттары йыш осрай. Үҙәк команда пунктының оператив дежурныйы генерал-майор С. И. Мельников һәм ПВО-ның Баш штабы начальнигы вазифаһын башҡарыусы генерал-лейтенант Е.Л.Тимохин Мәскәү округында ни эшләргә икәнен үҙҙәре белерҙәр әле, тип өмөтләнеп, ПВО-ның баш командующийы А.И. Колдуновҡа әйтеп тормайҙар.
1986 – 1991 йылдарҙағы ракетаға һәм космосҡа ҡаршы совет ғәскәрҙәре командующийы В. М. Красковский күп йылдар уҙғас, маршал Колдунов инцидент хаҡында үҙ ваҡытында белһә, иң һуңғы сараларҙы күрмәй ҡалмаҫ ине, тигән фекергә килә.
18 сәғәт 30 минутта Руст Мәскәүгә килеп етә. Ул Кремлгә йәки Ҡыҙыл майҙанға ултырырға теләй, ләкин теләгенә өлгәшә алмай. Оло Ордынка урамы өҫтөндә түбәнәйгәс, светофорҙың йәшел сигналын көтә, Ҙур Мәскәү йылғаһы күперенә ултыра, Василий Блаженный соборона тиклем тәгәрәп бара. 19 сәғәт 10 минутта Руст самолеттан сыға...
Генералдарҙан йондоҙҙар яуа
Руст Михаил Горбачевҡа батшалар бүләге яһай. Илде баш үҙгәртеп ҡороусы менән юғары хәрби ҡатлам араһында мөнәсәбәттәр ҡатмарлы була. Оборона министры Сергей Соколов командалығындағы армия етәкселеге Горбачевҡа ҡарата сәйәси оппозицияға күсә. Ләкин ул үҙенә оҡшамаған генералдарҙы вазифаларынан бушатыу өсөн етди сәбәптәр таба алмай. Ә Руст менән булған хәл бының өсөн тос һылтау бирә. Юғары генералитетты Кремлгә йыйып, Горбачев туҙына.
– Мин һеҙҙең урында, иптәш Советтар Союзы Маршалы, – тип мөрәжәғәт итә ул Соколовҡа, – бындай хурлыҡтан һуң отставкаға китеү тураһында рапорт яҙыр инем!
Залда ҡәбер тынлығы урынлаша. Соколов тороп баҫа:
– Иптәш Генераль секретарь, мин уны яҙған тип иҫәпләгеҙ!
Ил ПВО-һының баш командующийы – СССР оборона министры урынбаҫары Александр Колдунов та эшенән ебәрелә. Горбачев улар урынына үҙе үткәргән реформаларҙы яҡлаусыларҙы тәғәйенләй. Яңы оборона министры Дмитрий Язов дүрт йылдан һуң ГКЧП сығышында әүҙем ҡатнаша. Ғәҙәттән тыш хәл булыр алдынан бер нисә көн элек кенә ПВО-ның Мәскәү округы командующийы итеп тәғәйенләнгән генерал-полковник Владимир Царьковҡа шелтә бирелә, шулай ҙа вазифаһында ҡалдырыла.
Радиотехник ғәскәрҙәре начальнигы, ПВО армияһы командующийы, корпус командиры, шул уҡ 6-сы армияның дивизия командиры вазифаларынан ҡолаҡ ҡаға. ПВО ғәскәрҙәре комбригы полковник Чавкин да пенсияға ебәрелә.
Бөтәһе ун ике генерал һәм егерменән ашыу өлкән офицер вазифаһынан бушатыла, утыҙ дүрт юғары һәм өлкән офицер пенсияға сығарыла. Икеһен төрмәгә ултырталар. ПВО секторы өсөн туранан-тура яуап биреүсе подполковник Карпец һәм майор Черных, тәртип боҙоусыны беренсе булып күреп, “юғарыға” командаһы буйынса хәбәр ебәрһәләр ҙә, дүрт һәм биш йылға иректән мәхрүм ителә.
Тағы ла ике йөҙләп өлкән һәм кесе офицер тикшереү аҙағына ҡәҙәр вазифаларынан бушатыла. Уларҙың 80 процентына шелтә биреп, аҙаҡ үҙ постарында ҡалдыралар, тик сираттағы хәрби званиены бик һуңлап алалар.
ПВО тарихында беренсе тапҡыр бик күп офицер постарынан “оса”.
 
Версиялар
 
Башта армиялағы илке-һалҡылыҡ версияһы өҫтөнлөк ала.
Юғары хәрби етәкселектең ҡурҡаҡлығы хаҡында ла һүҙ ҡуйыра. Улар 1983 йылда СССР һауа сиген боҙған Көньяҡ Кореяның “Боинг” истребителен бәреп төшөргәс тыуған шау-шыуҙан һуң, Кремлдең ҡаты шелтәһенән шөрләй.
Һуңынан, был, йәнәһе, алдан уҡ Горбачев менән килешеп, Көнбайыш махсус хеҙмәттәренең операцияһы, тигән версия барлыҡҡа килә. Маҡсаты – армиянан Кремлгә ҡаршы булыусыларҙы алып ташлау.
Армия генералы Петр Дейнекин, 1991 – 1997 йылдарҙа Рәсәй хәрби-һауа Көстәренең баш командующийы:
– Рустың осоуы Көнбайыш махсус хеҙмәттәренең ентекле планлаштырылған провокацияһы булыуына бер ниндәй ҙә шик юҡ. Провокация ул осорҙағы Советтар Союзы етәкселегенең айырым кешеләре менән килешеп, уларҙың ризалығы менән үткәрелгән. Руст Ҡыҙыл майҙанға ултырғандан һуң юғары һәм урта генералитетты бығаса күрелмәгәнсә таҙартыуҙың башланыуы миндә эске хыянат тураһындағы фекерҙе тыуҙырҙы. Әйтерһең, ҡулайлы сәбәпте махсус көткәндәр... “Сессна”ны күпме теләйҙәр, шул ҡәҙәр бәреп төшөрә алалар ине.
Андрей Караулов, “Момент истины” программаһы авторы:
– Осоу КПСС Үҙәк Комитеты Генераль секретарының туранан-тура күрһәтмәһе буйынса әҙерләнгән. Руст Мәскәүгә төшкәндә уның бактары тулы була. Уға яңынан яғыулыҡ ҡойғандар. Иҫке Руссала, юлда. Русттан: “Теләйһеңме, самолетыңа нисек яғыулыҡ ҡойғандары төшөрөлгән фотоһүрәтте күрһәтәм”, – тип һораным. Руст яуап бирмәне, күҙҙәрен генә тирә-яҡҡа йүгертте...
Генерал-полковник Леонид Ивашов:
– Русттың осоуына өс аҙна ҡалғас, оборона министры маршал Соколов ПВО системаһының нисек эшләүе хаҡында Горбачевҡа доклад яһаны. Маршал доклад яһап ҡайтҡас, “бөтөнләй йәшерен” документтарҙың Горбачевтың өҫтәлендә ҡалыуы асыҡланды. Иртәгеһен мин Кремлгә йүгерҙем: “Михаил Сергеевич, министр һеҙҙә доклад менән булды, картаны онотҡан”. – “Ҡайҙа икәнен хәтерләмәйем, үҙең эҙлә...” Горбачев картаны бирмәне.
Полковник Олег Звягинцев, ПВО корпусы командирының элекке урынбаҫары:
– Тикшереү башланғас, мин беҙҙә илебеҙҙең төньяғында өс көн буйына радиолокация полеһы алыштырылмауын хәтергә төшөрҙөм. Ғәҙәттә, ул көн дә алыштырыла. Ә бында – өс көн! ПВО дежурныйҙары Руст сикте үтеү менән шунда уҡ уны билдәләй. Әммә отчеттарҙа: “Ҡоштар тубы”, – тип яҙалар.
Игорь Морозов, РФ Дәүләт Думаһы депутаты, Афғанстандағы махсус операцияла ҡатнашыусы:
– Был Көнбайыш махсус хеҙмәттәре эшләгән бына тигән операция. Егерме йыл уҙғас шул билдәле булды: махсус хеҙмәттәр, хәҙер был бер кемгә лә сер түгел, ғәйәт ҙур проектты бойомға ашырыу өсөн Михаил Горбачевҡа яҡын кешеләрҙе йәлеп итә алған. Өҫтәүенә, КПСС Үҙәк Комитеты Генераль секретарының ни эшләрен 100 процент менән иҫәпләп сығарғандар. Ә маҡсат берәү генә – СССР Ҡораллы Көстәрен көсһөҙләндереү, Советтар Союзы позицияһын халыҡ-ара аренала һиҙелерлек йомшартыу.
Рәсим Акчурин, отставкалағы генерал-полковник, атаҡлы кардиолог Ренат Акчуриндың ағаһы:
– Мин ул осорҙа СССР ПВО-һының зенит-ракета ғәскәрҙәре командующийы инем. Ул мәлдә Балтик буйында ПВО-ның Ленинград армияһын тикшерә инем. Миңә еңел моторлы самолеттың Мәскәүгә осоп килгәнен әйткәс, уны оҙатып йөрөгән соединениеға барҙым. Әгәр Рустты бәреп төшөрһәләр – хатта уның киҫәктәрен дә йыйып ала алмаҫтар ине. Әммә беҙҙең бындай һауа маҡсаттары буйынса ПВО сараларын ҡулланырға хаҡыбыҙ юҡ ине. Ултырырға ғына мәжбүр итә ала инек. Курс һалынған, оҙатып барылған. Уны ултырта алмағандар, сөнки истребителдәр менән Русттың бәләкәй генә самолеты араһындағы тиҙлектәр төрлөсә.
Американың милли хәүефһеҙлек белгесе Вильям Одом былай тип яҙа: “Русттың осошонан һуң Совет армияһында Сталин 1937 йылда ойошторған ҡораллы көстәрҙе таҙартыуға тиң ҡырҡа үҙгәрештәр үткәрелде”.
Көнбайышта ҡыуаналар һәм “Советтарҙан” мыҫҡыллап көләләр. ГФР-ҙың элекке оборона министры, Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында Сталинград янында вермахт лейтенанты Ф.-Й. Штраус кенәсел билдәләй: “Бөтә был “Фантом”дарҙы, “Скайхок”тарҙы, “Торнадо”ларҙы һәм “Мираж”дарҙы хәҙер үк хәрби дежурҙан алып ташларға һәм НАТО-ның Хәрби-һауа көстәрен “Сессна” тибындағы самолеттар менән ҡоралландырырға кәрәк”.
Донъя матбуғаты Русттың осоу сәбәптәренең төрлө версияларын фаразлай. Улар араһында – бәхәстә отоу, яратҡан ҡыҙы алдында маҡтаныу.
2007 йылда, егерме йылдан һуң, Руст үҙ дәлилдәрен былай аңлата:
– Ул саҡта өмөтөм ҙур ине. Мин барыһы ла мөмкин булыуына ышандым. Минең осоуым Көнсығыш менән Көнбайыш араһында күпер булдырырға тейеш ине.
2012 йылда ул үҙенең осоуын яуапһыҙлыҡ тип таный:
– Миңә 19 йәш ине. Дәртем һәм сәйәси инаныстарым миңә, Ҡыҙыл майҙанға ултырыу һинең өсөн берҙән-бер вариант, тине... Хәҙер булып үткән ваҡиғаға бөтөнләй икенсе күҙлектән ҡарайым. Мин уны ҡабатламаҫ, ул саҡтағы пландарымды бойомға ашмаҫлыҡ, тип атар инем. Был – уйланмай ҡылынған ҡылыҡ.
 
Яуапһыҙ һорауҙар
 
  • Әгәр “Сессна”ның тиҙлеген һәм Мәскәүгә тиклем араны иҫәпләһәң, СССР сиген үткәс, ул 3 сәғәт 20 минутҡа “юғала”. Ҡайҙа осоп йөрөгән һуң? Бәлки, Иҫке Руссала тамаҡ ялғағандыр?
  • Баҫылып сыҡҡан фотоларға ҡарағанда, Руст осоп киткәндә гимнастеркала һәм джинсыла, Мәскәүгә төшкәндә ҡыҙыл комбинезонда. Осҡанда өҫтөн алыштырғанмы? Бәләкәй самолеттың штурвалы артында өҫтөңдө алыштырып ҡарағыҙ!
  • Ни өсөн Ҙур Мәскәү йылғаһы күперендә троллейбус сымдары алдан уҡ ҡырҡылған?
  • Профессиональ телекамералар ниндәй мөғжизә менән Русттың Ҡыҙыл майҙанға осҡанын бер нисә нөктәнән төшөргән? Бер камера ГУМ түбәһендә, икенсеһе Мавзолей трибунаһында торған.
  • Руст самолетының вертикаль стабилизаторында Хиросимаға ташланған атом бомбаһының һүрәте нисек барлыҡҡа килгән һәм нимәгә бәйле? Хельсинкиға осҡанда был һүрәт булмай, әммә ул Васильевсий төшөү юлындағы һүрәттәрҙә яҡшы күренә.
 
Немец матбуғаты нимәләр яҙа?
“Spiegel” журналы:
Росттың осоуға әҙерләнеү шарттары дуҫ летчиктары алдында ғәҙәти булмаған.
– Ул бер ваҡытта ла бер нәмә тураһында ла һораманы, – тип раҫлай Русттың аэродром буйынса иптәше Дитер Хельце. – Осор алдынан үҙ маршрутын һалғанда Матиас тәжрибәле пилоттарға мөрәжәғәт итмәне. Хельсинкиға килгәс, ул артабанғы маршрутын Мальми аэропортының осоштарға идара итеү үҙәгенә тапшыра.
– Барыһы ла ентекләп төҙөлгәйне, – тип хәтерләй Мальми аэродромы начальнигы Раймо Сеппанен, – ул йәш пилотҡа оҡшамағайны.
Русттың әсәһе улының Мәскәүгә осоу сәбәбен аңлата алмай. Ул былай тип фаразлай: “Уны мәжбүр иткәндәр, тип уйлайым”.
“Матиас бер ваҡытта ла сәйәсәт менән ҡыҙыҡһынманы, – тип раҫлай атаһы. – Ул был осоуҙы планлаштырманы, Мәскәү уның маршрутына инмәне...”
“Bild am Sontagg”:
“Рустты 20 майҙа Хельсинкиҙа ҡара сәсле йәш ҡатын менән күргәндәр. Бынан тыш, Мальми аэродромында “Siegeren”дың номер билдәләре һәм Гамбург аэроклубы этикеткалары йәбештерелгән аҡһыл һоро төҫтәге “ситроен” автомобиле торған...”
“Stern”:
“Кулуарҙарҙа, Русттың “Сессна”һы Исландияла туҡтағанда ысынлап та үҙгәртеп ҡоролғанмы? Самолеттың ҡанаттары ул радарҙарға күренмәҫлек итеп, махсус синтетик материалдан эшләнгәнме? Совет ПВО-һы шулай тикшерелгәнме?”
Руст самолетын Ҡыҙыл майҙанға ултыртҡас, халыҡ майҙанды күпмелер ваҡыт “Шереметьево-3” тип йөрөтә. Таксиға ултырғас, шоферға: “Шереметьево-3-кә!” – тип әйтеү ҙә етә. Ул һине мотлаҡ Ҡыҙыл майҙанға алып барасаҡ. ПВО авиация-истребителдәр полктары ғәскәрҙәре араһында ике лейтенант-летчик тураһында көләмәс тарала. Уларҙың береһе икенсеһенән Ҡыҙыл майҙанда тартырға һорай. Яуап: “Аэродромда тартырға ярамай!” Халыҡ теленән төшмәгән тағы бер көләмәс. Ҙур театр янындағы фонтанға милиция посы ҡуйылған: Американың һыу аҫты кәмәһе килеп сыға күрмәһен! Йәнә. Ҡыҙыл майҙанға сумаҙандар тотҡан халыҡ йыйылған. Үтеп барыусылар һорай: “Һеҙ бында ни эшләйһегеҙ?” Тегеләр: “Гамбургтан килгән самолеттың төшкәнен көтәбеҙ”.
 
Тормоштан ситтә
1987 йылдың 2 сентябрендә суд башлана. Рустты хулиганлыҡта (суд фекеренсә, самолетты ултыртыу майҙандағы кешеләрҙең ғүмеренә ҡурҡыныс тыуҙырған), авиация ҡанундарын боҙоуҙа, совет сиген законһыҙ үтеүҙә ғәйепләйҙәр. Руст судта, минең осоуым “тыныслыҡҡа саҡырыу” булды, тип белдерә. Прокурор тәртип боҙоусыға һигеҙ йыл төрмә талап итә, ләкин дүрт йыл хеҙмәт лагеры бирәләр. Герман адвокаттары һәм психологтары “айырым психологик тотанаҡһыҙлыҡҡа, нарциссизм сигендәге үҙ-үҙенә һоҡланыу элементтарына” баҫым яһай. “Нарцисс” Лефортовала ете метрлы йыһазландырылған камерала ултыра, көн дә ике сәғәт саф һауала йөрөп инеү хоҡуғы була, күп уҡый, рус телен өйрәнә, хатта хеҙмәт лагерына күсереүҙәрен һорай, ләкин баш тарталар. Немец матбуғаты, һәр ике ай һайын уның янына ата-әсәһе килеп йөрөгән, тип яҙа. Камералағы аяулы режимға һәм һәйбәт туҡланыуға ҡарамаҫтан, Руст төрмәнән сыҡҡанда 10 килограмм ауырлығын юғалта, ҡыҙып китеүсәнгә әйләнә.
1988 йылдың 3 авгусында (бер йыл да өс айҙан һуң) Руст ваҡытынан алда азат ителә һәм ГФР-ға ҡайта. Уның тирәһендә шау-шыу күп була. Мәҫәлән, уның “Сессна”һы 160 мең маркаға (баҙар хаҡынан 2,5 тапҡырға күберәк) һатыла. Япон бизнесмены самолетты Токиоға алып китә. Ул, ваҡыт үтеү менән “Сессна”ның хаҡы күтәрелер тип, уны ангарҙа тота. Самолетты Немец музейы һатып ала, әле ул фойела тора.
Ә Матиастың ата-әсәһе улдары тураһындағы теләһә ҡайһы сығышҡа хоҡуҡты бер журналға 100 мең маркаға һата.
Һуңынан ни була һуң? Матиасты армияға алмайҙар – альтернатив хеҙмәттә дауаханала санитар итеп билдәләйҙәр. Баҡтиһәң, “йондоҙ сире” егетте үҙгәрткән икән: үптермәгән өсөн шәфҡәт туташын бысаҡ менән етди яралай. Яңынан суд, быныһы немецтарҙыҡы, приговор – биш йыл төрмә, әммә яңынан йыл ярымдан һуң азат ителеү.
Күптән түгелге милли герой мөртәткә әйләнә. Күршеләр ғаилә менән аралашмай, төндә машинаһының тәҙрәләрен ҡыйраталар, ҡустыһына колледжды алмаштырырға тура килә. Тиҙҙән Матиас супермаркеттан “яңылыш” 90 маркалыҡ кешмир пуловер алып сыға, 10 меңлек штраф һалалар. Шунан ялған чек менән иҫәпләшә – йәнә суд штрафы...
1994 йылдың уртаһында Руст Рәсәйҙә йәшәргә йыйынам, тип белдерә. Горбачев менән осрашырға теләй, өс аҙна буйына йөрөһә лә, күрешә алмай. Шунан ул ике йылға юғала. Берәүҙәр Руст Мәскәүҙә аяҡ кейемдәре һата тип һөйләй, икенселәр уның һәләк булыуы тураһында хәбәр тарата. Ысынбарлыҡта иһә Руст сәйәхәттә йөрөй. Донъя гиҙеп Тыуған иленә ҡайтҡас, ул сәй менән сауҙа итеүсе бай ҡыҙына өйләнәм, тип белдерә. Һиндостанда урындағы йолалар буйынса никахлашалар. Туйҙан һуң ҡатыны менән Германияла урынлаша. Әммә шәхси тормошонан уңмай – ҡатынынан айырыла. Үҙенең әйтеүе буйынса, ғаиләле, күп бала атаһы булғыһы килгән, әммә үҙен аңлаусы берҙән-берен таба алмаған.
Әле илле йәшлек плейбой покер уйнай. Бер ваҡыт бай яхтала биш тәүлек өҙлөкһөҙ уйнап, 750 мең евро эшләнем, тип кәпәренә. Казинола бындай фантозерҙарҙы шәмдәл менән туҡмайҙар, ә Руст хатта яхтала ғына түгел, ә тормоштан да ситтә тороп ҡалған. Бында йәмғиәттең дә, махсус хеҙмәттәрҙең дә – бер кемдең дә ғәйебе юҡ. Барыһы ла уның үҙ ҡулында булған.
 
Факил МЫРҘАҠАЕВ әҙерләне.
Автор:
Читайте нас: