“Атай нигеҙе” йәки “Атай йорто” төшөнсәһе һәр кемгә яҡындыр һәм ғәзиздер. Ул бик ҙур мәғәнәгә эйә һәм ниндәйҙер дәрәжәлә яҡын туғандарҙың бер-береһенә булған мәнәсәбәтен дә асып һалған кеүек. Үҙемдең башыма төшмәһә, мин был хаҡта артыҡ уйланмаҫ та инем.
Ошо проблема хаҡында мин бына бер нисә йыл инде баш ватам. Мәҡәләне уҡығас, кемдер аптырар, икенселәр фәһем алыр, моғайын. Кемдәр тураһында һүҙ бара, минең хаҡта түгелме икән, тип уйға ҡалыусылар ҙа булыр, тип ышанам. Сөнки ундағы ваҡиғалар беҙҙең районда бара.
Борон-борондан килгән йола буйынса, ир кеше ул үҫтерергә, ағас ултыртырға һәм йорт һалырға тейеш. Аллаға шөкөр, мин был бурыстарҙың барыһын да үтәнем. Күп балалы ғаиләлә кинйә малай булып үҫтем. Урта мәктәпте тамамлағас, ике йыл армияла хеҙмәт иттем. Әрменән ҡайтҡас, военкоматҡа хәрби иҫәпкә торорға барҙым. Шунда милиция капитаны мине бик оҙаҡ үҙҙәренә эшкә барырға өгөтләне. Мин баш тарттым, сөнки атайым, кинйә малай ата-әсәһен көтөргә, нигеҙҙе ташламаҫҡа тейеш, тип бәләкәйҙән тәрбиәләне. Шулай итеп, яҙмышымды ауыл менән бәйләнем.
Эшкә урынлаштым, өйләндем. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, атай-әсәйемдәр был донъянан бик иртә китте. Төп йортта, атай нигеҙендә, мин ҡатыным, балаларым менән тороп ҡалдым.
Йылдар үтә, хәҙер инде үҙем атайым өйрәткәндәрҙе балаларыма еткерергә тырышам. “Олатайығыҙ ошолай эшләргә өйрәтә торғайны”, – тип йыш әйтәм. Яҙ көндәре улдарым менән баҡсаға, юл ситтәренә бик күп ағастар ултырттыҡ.
Хәҙер инде үҙемдең дә нигеҙем, йортом булырға тейеш. Атай нигеҙен ташламаным, эргәһенә яңы йорт төҙөп ултырттым.Ә инде иҫке өйҙө, атай йортон, нимә эшләргә, кемгә бирергә? Туғандарымдың барыһының да үҙ йорто бар, уларға был хаҡта өндәшкәс, береһе лә, миңә бир, мин алам, тимәне. Утынға бысырға баҙнат итмәнем, арзан хаҡҡа һатып ебәрҙем.
Атайымдың ҡасандыр әйткән һүҙҙәре бөгөнгөләй хәтеремдә: “Ике туған һуғыша, атҡа менһә яраша”, – ти торғайны. Сөнки бәләкәй ағайым менән һуғышып китәбеҙ ҙә, ҡырға ат эҙләргә барһаҡ, дуҫлашып, атҡа менгәшеп ҡайта торғайныҡ. Хәҙер инде заманалар үҙгәрә микән, әллә кешеләр байлыҡҡа ҡыҙығамы, донъя ҡыуамы – белмәҫһең...
Миңә оҡшаш хәл тағы бер ғаиләлә булды. Ғаиләләге иң өлкән ағай атай урынына ҡала, кесе туғандарына кәңәшсе, ярҙамсы була, тигәндәрен ишеткәнем бар. Ә бына беҙҙә һәм үрҙә телгә алынған ғаиләлә улай түгел. Өлкән ағайҙарҙың береһе, һатылған өйҙөң аҡсаһын (нисә йылдар үткәс!) беҙгә бүлешмәнең, тиһә, икенсеһе иһә, был өйҙөң эргәһендә минең ер бүлемем бар, шуны бүлдереп алам, тип әллә күпме ҡағыҙҙар, әллә күпме шаһиттар йыйып бөгөнгө көндә лә йүгереп йөрөй. Ә бит улар икеһе лә ике ҡалала йәшәйҙәр, бер-береһен күреп белмәйҙәр. Баҡтиһәң, тормошта шундай оҡшашлыҡтар була икән. Әйткәндәй, өлкән ағайҙар күптән инде хаҡлы ялда, етеш, мул тормошта йәшәйҙәр, ҡиммәтле машинала елдерәләр. Әле булһа рәсемдәре, улар тураһында маҡтаулы мәҡәләләр гәзит биттәрендә күренгеләп ҡала. Улар тураһында был кешеләрҙең эске донъяһын күрмәгән-белмәгәндәр генә маҡтап яҙалыр инде...
Әгәр бөгөн мин өлкән ағайыма барып: “Бына, ағай, иҫке өйҙөң аҡсаһы”, – тиһәм, ул аҡсаны алыр микән, “Ярай, ҡустым, артабан татыу йәшәйек”, – тип әйтер микән, баҙарҙа йәиһә урамда әрләп китмәҫ микән, тип уйлайым. Ышаныуы ауыр. Сөнки мин уның өйөнә барып, әҙ әрләнеп сыҡманым.
Ә теге ғаиләлә ҡустыһы: “Бына, ағай, ер бүлеме, күпме кәрәк, бүлеп ал”, – тиһә, ул ағай шул ергә нимә төҙөр ине икән?..
Артабан был ике ғаилә татыулашырмы, бергә-бергә йәшәрме? Икеле. Сөнки атайымдың үрҙә телгә алынған мәҡәлен иҫкә алыусы ла юҡ...