Шоңҡар
+9 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Сәсмәүер
24 Октябрь 2023, 15:13

Ҡоҙағый – иремдең беренсе мөхәббәте булған

Ошо икһеҙ-сикһеҙ ғәләмдә, меңләгән, миллионлаған кеше араһынан айырып, ошо икәүҙең һуҡмағын киҫештерергә кәрәк бит! Киноларҙа, китаптарҙа ғына була ала бындай хәл тип уҡымағыҙ, тормошта ул беҙ уйлағанға ҡарағанда йышыраҡ осрай. Ғөмүмән, тормош – яҙыусылар фантазияһынан күпкә ҡатмарлыраҡ, былталсығырак, аңлашылмағаныраҡ хәлдәр килтереп сығарырға һәләтле.

Ҡоҙағый – иремдең беренсе мөхәббәте булған
Ҡоҙағый – иремдең беренсе мөхәббәте булған

Яҙмыш шаярыуы тип уйлайым мин бындай осраҡтар тураһында ишеткәндә. Ә башҡаса нисек атарға һуң?

Ошо икһеҙ-сикһеҙ ғәләмдә, меңләгән, миллионлаған кеше араһынан айырып, ошо икәүҙең һуҡмағын киҫештерергә кәрәк бит! Киноларҙа, китаптарҙа ғына була ала бындай хәл тип уҡымағыҙ, тормошта ул беҙ уйлағанға ҡарағанда йышыраҡ осрай. Ғөмүмән, тормош – яҙыусылар фантазияһынан күпкә ҡатмарлыраҡ, былталсығырак, аңлашылмағаныраҡ хәлдәр килтереп сығарырға һәләтле.

– Беренсе мөхәббәт тураһында яҙғаныңды уҡыным, – ти бер танышым. – Мин дә үҙемдекен һөйләйем әле. Беҙҙең тарих та беренсе мөхәббәт менән бәйле...

Улым йөрөгән ҡыҙын беҙҙең менән таныштырырға инде өйләнергә ниәтләгәс, уға тәҡдим яһағас ҡына алып ҡайтты. Мин уны тупһанан атлап инеүгә үк яраттым. Шундай тулҡынланып, борсолоп көткән инем был көндө! Улдары буй еткән әсәләр мине аңлар... Табын әҙерләгән инек. Сәй эсә-эсә яҡынданыраҡ танышабыҙ. Бындай ваҡытта һүҙҙе атай-әсәйе тураһында һорашыуҙан башлайһың инде: кем, ҡайҙан, кем булып эшләйҙәр... Буласаҡ килен яуап бирергә тип ауыҙ асҡансы, улыбыҙ, балҡып, атаһына боролдо:

– Ә хәҙер, атай, һиңә сюрприз бар! Шаҡ ҡатырһың! Гөлназдың (исемдәр үҙгәртелде – Г. С.) ата-әсәһе һеҙҙең ауылдан бит! Тик ауылда уларҙың инде бер кемдәре ҡалмаған... Уның ата-әсәһе лә белмәй әле быны. Сер итеп һаҡланыҡ! Үҙебеҙ дә ярты йыл осрашып йөрөгәс кенә, осраҡлы рәүештә генә асыҡланыҡ. Гөлназ үҙе Сургутта тыуып-үҫкән бит ул. Күптән түгел генә күсеп ҡайтҡандар.

Барыбыҙ ҙа Гөлназға ҡараныҡ. Ул үҙенең ата-әсәһенең исемдәрен атаны.

– Кемдәр тип әйтәһең? – тип, ирем ҡабатлап һораны.

Йөҙө күҙ алдында үҙгәрҙе, ҡара янды. Ә аҙаҡ, яуапты ишеткәс, ҡапыл табын артынан тороп уҡ китте. Бер һүҙ әйтмәйенсә! Йоҡо бүлмәһенә инде лә, Гөлназ киткәнсе шунан сыҡманы. Нисек уңайһыҙ булғанын белһәгеҙ... Нимә уйларға ла белмәнем. Гөлназ алдында бик ситен ине. «Рәмил ағайыңдың ҡан баҫымы күтәрелде шикелле», – тигән булдым.

Ҡунаҡ артынан ишек ябылыуға ирем йоҡо бүлмәһенән килеп сыҡты. Ярһыған, бүртенгән.

– Әйт улыңа, был ҡыҙға өйләнергә рөхсәтем юҡ! Башҡа алып ҡайтып күҙемә күрһәтмәһен! – тине.

Гөлназдың әсәһе иремдең беренсе мөхәббәте булған икән бит! Улай ғына ла түгел, уның атаһы менән улар ҡасандыр яҡын дуҫтар булған. Икеһе лә бер ҡыҙға ғашиҡ булып йөрөгәндәр, ә ҡыҙ Рәмилде түгел, уның дуҫын һайлаған. Был хәлдән һуң арала дуҫлыҡ бөткән, юлдар айырылған.

– Минең күҙгә салынмаҫ өсөн Сургутта йәшәне бит улар!

Шунан башланды...

Өйҙә тыныслыҡ бөттө.

Улым, әлбиттә, Гөлназдан баш тартырға йыйынманы. «Миңә унан башҡа бер кем кәрәкмәй! – тине. – Тәҡдим яһаным, ул риза булды. Хәҙер: «Атайым ҡасандыр һинең әсәйеңде яратҡан булған икән, мин һиңә өйләнә алмайым», – тиемме? Беҙ барыбер бергә буласаҡбыҙ!»

Мин ике ут араһында ҡалдым. Нисек булһа ла иремде көйләргә тырыштым.

– Йәш саҡта кем-кемде яратмаған? Булған, уҙған, бөткән бит инде ул... Балаларҙың бәхетенә аяҡ салмайыҡ. Айырырбыҙ ҙа, унан улыбыҙ башҡа кешене ярата алмаһа, яңғыҙ ҡалһа, ғүмере буйы беҙгә үпкәләп йәшәһә, нишләрбеҙ? – тинем.

Тел осомда ғына торған башҡа һүҙҙәр ҙә бар. Уларын нисек тә белгертмәҫкә тырышам. «Шул тиклем яратҡан инеңме ни? Минең менән тороп, уны уйлап йәшәнеңме ни?» – тип әйтмәйем. Әйтмәҫкә тырышам... Балам хаҡына түҙәм. Әммә үҙемдең эсем яна!

Бер яйға ла килмәне был.

Ҡыҙ һорарға барманы. Ирем була тороп, яңғыҙ ҡатын кеүек үҙем генә киттем. Буласаҡ ҡоҙа-ҡоҙағыйҙар: «Ә ул ҡайҙа? Ниңә килмәне?» – тип һораманылар. Беҙҙең өйҙәге хәлдәрҙән хәбәрҙар инеләр инде. Матур, аңлашып йәшәгәндәре күренеп тора – һоҡланып ҡайттым.

Ирем туйға ла барманы. Быныһы иң ауыры булды. Улым алдында ҡыйын ине. Атаң иҫән булып, шундай көндә түр башында ултырмаһын әле... Саҡырған бөтә ҡунаҡҡа ла ни өсөн килмәүенең сәбәбен аңлата алмайһың. «Ауырып китте шул...» – тинек.

Өйҙә бөтөнөбеҙ ҙә иремдең дошманына әйләндек. Мин дә, улым да, ҡыҙым да... Киленде әйтмәйем дә. Килгән саҡта ул уның сәләмен дә алманы. Гөлназдың ни ғәйебе бар инде уның ҡаршыһында?!

Балалар беҙгә һирәк киләләр, килһәләр ҙә, атайҙары өйҙә булмаған саҡты тура килтерергә тырышалар. Шөкөр, улым бик булдыҡлы бала. Өйләнгәнсе үк фатир алды. Тормошо етеш. Инде ике бала үҫтерәләр. Шул алма кеүек ейәндәрен дә ҡулына алып һөйгәне юҡ иремдең. Әйтерһең, улар юҡ уның өсөн, уларҙы бөтөнләй күрмәй!

Улымдың Гөлназға өйләнеүенә мине ғәйепле һананы ул. «Һин риза булдың», – тине. Ғәйепле генә һанаһа бер хәл, ҡул күтәрә башланы. Ниңәлер: «Кеше менән йөрөйһөң», – тиергә тотондо. Ағ ғына һуңға ҡалып ҡайтырға ярамай.  Ә мин, үҙең беләһең, мәктәптә эшләйем, һуңлаған саҡтар ҙа йыш була. Әле йыйылыш, әле тикшереү... Бер ҡул күтәреп килгәндә, араға кейәү инеп туктаткас ҡына баҫылды. Ҡыҙым, кейәүем әлегә беҙҙең менән торалар. Әл дә улар бар. Юғиһә ирем менән бер өйҙә нисек йәшәр инек. Икең ике бүлмәлә булһа ла, бер ҡыйыҡ аҫтында бит... Уҙған йәй, бер туҡмағандан һуң, судҡа барып ғариза бирҙем – айырылыштыҡ. Быға ул һөйөндө генә буғай. Урын-ер айырым, ашау айырым хәҙер.

Кейәү йорт төҙөй. «Беҙ һине бында ҡалдырмайбыҙ, үҙебеҙ менән алып китәбеҙ. Тағын аҙ ғына түҙ инде», – ти. Уларҙан ҡалмам, моғайын... «Беренсе мөхәббәттәрҙең шәүләләре менән осрашмауың хәйерле», – тип язаһың һин. Бик шулай ҙа бит. Тик беҙҙеке бит бына нисек килеп сыҡты...

Яҙмыш шаярыуы тип әйтәм бит. Тик ниңә былай «шаяра» ул, бер айырылған юлдарҙы ниңә шулай ҡабаттан ҡуша? Бының менән ни әйтергә теләй? Әллә үҙенә бер ҡыҙыҡ ҡына яһауымы? Белмәҫһең...

Гөлнур Сафиуллина.

Автор:
Читайте нас: