Республикала льготалы шарттарҙа ипотека биреүҙе тергеҙҙеләр. Хөкүмәттә һөйләүҙәренсә, заемсылар йылына 3% ставка менән 3 миллион һумға тиклем кредит алыу мөмкинлегенә эйә. Программа ауыл ерендә торлаҡ һатып алыуға йәки подряд килешеүе буйынса йорт төҙөүгә ҡағыла. Башҡортостандың ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахманов һүҙҙәренсә, тәүге көндәрҙән «ауыл ипотекаһы» үҙенең ихтыяжын күрһәтте. 2020 йылдан төбәктә 6,7 миллиард һумдан ашыу суммаға 3 меңдән ашыу кредит бирелгән.
«Төбәктә меңдәрсә ауыл ғаиләһе торлаҡ шарттарын яҡшыртты, льготалы программаның дауам итеүе ҡыуаныслы», - тип билдәләне министр. Хәҙер «Ауыл ипотекаһы»на ғаризалар «Россельхозбанк»тың республика бүлексәләрендә ҡабул ителә.