Шоңҡар
+12 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Cәйәхәтнамә
30 Июль 2023, 19:25

Йәмле Инйәр буйҙарында

Сәйәхәтсе Айрат Искәндәров Инйәр буйҙарынан сәләм юллай. 

Йәмле Инйәр буйҙарында
Йәмле Инйәр буйҙарында

 

Инйәр — йылға, Эҫемдең һул ҡушылдығы (Кама йылғаһы бассейны). Башҡортостандың Белорет һәм Архангел райондары аша аға. Башланған урыны — Белорет районы Инйәр ауылынан 1 километр төньяҡта урынлашҡан. Оло Инйәр менән Кесе Инйәр ҡушылып Инйәр йылғаһын барлыҡҡа килтерәләр. Энциклопедияларҙа Оло Инйәр ҡушылдыҡ түгел, ә Инйәр йылғаһының башы тип һанала[1]

Оҙонлоғо — 307 километр. Инйәргә Төлмәй, Баҫыу, Аҫҡын кеүек эреле-ваҡлы бик күп йылғалар, шишмәләр, инештәр ҡоя.

АрхангелИглин һәм Ҡырмыҫҡалы райондары сигендә Эҫем йылғаһына һул яҡтан ҡоя. Хәҙерге мәлдә бассейнының майҙаны 1030 км 2 иҫәпләнә, алтмыш йыллап элек иһә 1650 км2булған.

Кесе Инйәр Ямантау һырттарының көнбайышындағы Машаҡ һәм Нары тауҙары араһынан сыға ла, эргә-тирәләге һыуҙарҙы йыя-туплай, көньяҡҡа ағып китә. Ямантауҙың иң бейек түбәһе тапҡырынн тау ашаһында Ҡомарҙаҡ итәктәрендә икенсе Инйәр аға. Ҡушылғандарына тиклем оҙонораҡ юл үткәне өсөн быныһын Оло Инйәр тип атағандар. Был ике йылға Инйәр ҡасабаһы эргәһендә ҡушыла.

Абҙан ауылы эргәһендәге Инйәр йылғаһы ярында урынлашҡан шарлама.

Ике Инйәр ҙә оҙон тарлауыҡтар хасил итә,таулы өлөштә уларҙы суҡайышҡан ҡаялар, кәбәндәй таштар, ҡайын-ҡарағайҙар уратып алған.

Инйәрҙе Башҡортостандағы иң үҙенсәлекле йылға иткән сифаттарҙың береһе — уның шаршыларға (шарлауыҡ), тупһаларға бай булыуы. Белорет районының Манышты ауылынан түбән, Инйәргә уңдан Төлмәй ҡушылған арала — иң ҙур тәүге тупһа, иң көслө тәүге шаршылаҡ. Ағым бик шәп бында, йылға ярайһы уҡ текәгә түбәнләй. Тағы ла бер ҙур шаршылыҡты үткәс, киң генә ятыуға сыға, тәрәнлеге 5—7 метрҙарға етә.

Йылғала бәрҙесуртаналабуғасабаҡ һәм башҡа балыҡтар осрай.

Белорет районы Асы ауылы тирәһендә минераль һыу сығанаҡтары бик күп. Асынан түбәндәрәк Инйәр текә ҡаяларға барып терәлә лә ҡапыл көньяҡҡа борола, ошо урында эреле-ваҡлы мәмерйәләр осрай.

 

Инйәр йылғаһында ҡыуғын

Совет осоронда башҡа транспорт булмау сәбәпле,Белорет районы леспромхоздары ҡыуғынға төшә ине. Инйәр йылғаһы ла ҡыуғын өсөн файҙаланылды. Ағасты ҡыштан яр буйына өйөп ҡуялар ҙа, яҙғы ташҡында һыуға тәгәрәтеп төшөрәләр, ҡыуғынсылар һал менән оҙатып баралар. Ағас ярға яғылып ҡалмаһын өсөн махсус яйланмалар - бондар ҡуялар ине. Билдәле бер урындарҙа ағасты тотоп алып ҡала торған ҡоролмалар - запандәр эшләнә. Был топонимикала ла сағылған - Белорет районында Кәртәле Запане тигән урын бар. Инйәр йылғаһы буйлап ҡыуғын ҡыуыу Белорет-Шишмә тимер юлы сафҡа ингәс бөтөрөлә.

Ағасты һалламай ҡыуғынға ташлаған ысул уның күпләп батыуына, йылғаларҙың төбөнә йыйылыуына килтерә, юғалтыуҙар күп. Шуға күрә Рәсәй Федерацияһы Дәүләт Думаһы 1995 йылдың 18 октябрендә Һыу Кодексында ҡыуғындарҙы туҡтатыу тураһында статья ҡабул итеп, ил буйынса ул туҡтатыла.

Башҡорт Википедияһынан

 

Автор:
Читайте нас: