+10 °С
Облачно


Туризм - Башҡортостанда үҫеш юлында. Ситтән килгән халыҡты, бигерәк тә, таулы йылғаларҙан ағыу ҡыҙыҡһындыра һәм ҡайһы ваҡытта улар хәүефкә тарып ҡуя.
Кисә, байдаркаларҙа аҡҡан биш турист саҡ һыуға батып үлмәгән. Улар - Мәскәү һәм Санкт-Петербург кешеләре була. Бәләкәй Инйәр йылғаһында байдаркаларҙа ағалар. Маршрут Белорет районының Бирҙеғол ауылынан башлана һәм Бәләкәй Айғыр бөгөлмәһендә көслө ағында улар һыуға әйләнеп төшәләр. Ҡотҡарыусыларҙың тиҙ арала ярҙам күрһәтеүе арҡаһында улар тере ҡала. Бәхеткә күрә, берәү ҙә зыян күрмәгән.
Фото интернет селтәренән алынды.