+10 °С
Облачно


Йәйгеһен күп йоғошло сирҙәрҙең таралыуы хаҡында барыбыҙға ла билдәле. Ысынлап та, халыҡ отпуск, оҙайлы каникул мәлдәрендә сит илдәргә ял итергә сыға һәм иҫтәлек итеп төрлө йоғошло сирҙәр алып ҡайта. Әлеге ваҡытта Төркиәгә бармай торорға кәңәш ителә. Ҡояшлы был илдә Коксаки тигән вирус таралған икән. Һыу аша уны йоҡторған кешенең бер нисә аҙна дауамында тән температураһы күтәрелә, ҡалтырана, ҡоҫа, тамағы ауырта.
Тик беҙҙең халыҡ быға ышанмай. Йыл да бер үк нәмә тураһында яҙалар, тип ризыһыҙлығын белдерә.
Фото интернет селтәренән алынды.