Шоңҡар
+23 °С
Облачно
Cәйәхәтнамә
13 Июня , 06:34

Ҡайҙа ял итергә яратаһығыҙ?

Башҡортостанда ла матур урындар етәрлек.

Ҡайҙа ял итергә яратаһығыҙ?Ҡайҙа ял итергә яратаһығыҙ?
Ҡайҙа ял итергә яратаһығыҙ?

2025 йылда Башҡортостанға 2,4 миллиондан ашыу турист килгән. Быйыл иһә  былтырғыға ҡарағанда 8,2 процентҡа күберәк.

Башҡортостан туристарҙы йәлеп итеү буйынса дөйөм Рәсәй рейтингында 15-се урындан 13-сө урынға күтәрелгән һәм Волга буйы федераль округы төбәктәре араһында өсөнсө урынды тора.

 

Республиканың эшҡыуарлыҡ һәм туризм министры Светлана Верещагина билдәләүенсә, туризмға иғтибарҙың артыуына инфраструктураны үҫтереү, маршруттар һайлауҙы киңәйтеү, сервисты яҡшыртыу буйынса һайланған курстың дөрөҫлөгөн раҫлай.

 

Әле төбәктең 49 туроператоры 700-ҙән ашыу маршрут тәҡдим итә. Иң популяр фәнни-популяр, сәнәғәт, экскурсия, тау, йәйәүле һәм йылғанан ағыу. Башҡортостандың төп ҡунаҡтары - күрше төбәктәрҙән: Силәбе, Ырымбур, Свердловск өлкәләренән һәм Татарстандан килгән туристар. Республика халҡы ла тыуған яғында әүҙем сәйәхәт итә.

Ҡайҙа ял итергә яратаһығыҙ?
Ҡайҙа ял итергә яратаһығыҙ?
Автор:Разинә Зайнетдинова
Читайте нас