Шоңҡар
+24 °С
Ямғыр
Барыһы ла Еңеү өсөн
8 Апрель 2025, 13:16

Ата-әсәһенең йөрәген аяп

Ут эсенә кергәнен дә, яраланғанын да әйтмәй. Гвардия  лейтенанты, журналыбыҙ геройы Азат Шафиҡовтың хәле нисек?

Ата-әсәһенең йөрәген аяпАта-әсәһенең йөрәген аяп
Ата-әсәһенең йөрәген аяп

2024 йылдың февраль һанында “Егеттәрҙең аҫылы” тигән мәҡәләлә  хәрби егеттәребеҙҙең береһе Азат Шафиҡов тураһында яҙған инек. Ул туғыҙ ай ут эсендә йөрөгән. 28 ғинуар яраланғас, Санкт-Петербургта ике ай дауалана. Әлеге көндә, ниһайәт, ата-әсәһе янына, Ғафури районының Красноусол ауылына ваҡытлыса ялға ҡайтҡан.

Азаттың бер туған ағаһы Алмаз 2022 йылда өлөшләтә мобилизацияға эләгә, ә  2023 йылда МХО-ла башын һала. Шуға ла, егет яҡындарының уның өсөн дә ут йотоуҙарын теләмәй һәм яуға кергәндәрен дә, яраланғанын да хәбәр итмәй тора. Тыуған йортона ҡайтҡас ҡына, был хаҡта әйтә. “Улымды утлы ерҙә ҡылған доғаларыбыҙ аралап торғандыр”, - ти әсәһе Гөлсинә Шафиҡова. 

Йөрөгән ерҙәрең уң булһын, Азат! 

Ата-әсәһенең йөрәген аяп
Ата-әсәһенең йөрәген аяп
Автор:Разинә Зайнетдинова
Читайте нас