+24 °С
Ямғыр


Бөгөн Өфөлә, Ленин исемендәге майҙанда, НАТО трофей бронетехникаһының күсмә күргәҙмәһе асылды. Ул 12 майға тиклем эшләйәсәк. Америка, Германия, Канада, Бөйөк Британия, Франция, Төркиә танктары, хәрби машиналары, бронетранспортерҙары теҙелгән майҙанда берсә ҡыҙыҡ, берсә күңелгә шомло. Ошо техникаларға ҡаршы беҙҙең ир-егеттәребеҙ ҡаршы һуғыша. Улар менән МХО-ла ҡатнашыусы яугирҙар үҙҙәре таныштыра.
Фото интернеттан алынды.