+22 °С
Дождь


Әбйәлил районында махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың ғаиләләре өсөн берҙәм ҡабул итеү көнө үтте
Асҡар, Ташбулат һәм Буранғол ауылдарында 120-нән ашыу мөрәжәғәт ҡабул ителгән. Улар, башлыса, социаль ярҙам сараларына, төҙөлөш өсөн ер участкаһы биреү, льготалы ипотека һәм төбәк түләүҙәре алыу, торлаҡты ремонтлау һәм башҡа һорауҙарға ҡағылды. Ошо уҡ майҙансыҡтарҙа һәләк булған яугирҙарҙың яҡындары өсөн өҫтәл артында ултырып һөйләшеү ойошторолдо.