+24 °С
Ямғыр


Ошо көндәрҙә Тәтешле районы ирекмәндәре МХО зонаһына квадроцикл алып барғандар. Яугирҙәр шулай уҡ радиоэлектрон көрәш (РЭБ) өсөн ҡорамалдар, йыйылма бокстар, маскировка селтәрҙәре, ҡатын-ҡыҙҙар гвардияһынан аҙыҡ-түлек, туғандарынан посылкалар, юрғандар һәм эсәр һыу алған. Бынан тыш, йөк составына Тәтешле районы уҡыусылары эшләгән шеврондар ҙа инде. Фәнүр Шәйхисламов билдәләүенсә, посылканың хаҡы миллион һум самаһы тәшкил итә.
"Был ҡиммәтле әйберҙәр яугирҙарыбыҙ өсөн бик мөһим. Гуманитар ярҙам йыйыуҙа М.Шайморатов исемендәге ирекмәндәр штабы, шулай уҡ беҙҙең район халҡы әүҙем ҡатнашты", — тип һөйләне район башлығы.