Шоңҡар
+24 °С
Ямғыр

Яугир ғаиләһенә хәстәрлек менән

Республикала “Игелекле яҙҙырыу” (“Добрая подписка”) акцияһы бара. Ул 2022 йылда, Өфөлә беренсе тапҡыр “Китап-байрам” фестивале үткәндә, старт алды.

Яугир ғаиләһенә хәстәрлек менәнЯугир ғаиләһенә хәстәрлек менән
Яугир ғаиләһенә хәстәрлек менән

Республикала “Игелекле яҙҙырыу” (“Добрая подписка”) акцияһы бара. Ул 2022 йылда, Өфөлә беренсе тапҡыр “Китап-байрам” фестивале үткәндә, старт алды.Акцияны иң тәүгеләрҙән булып башлап, Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров менән Рәсәй Федерацияһы Президенты ярҙамсыһы Владимир Мединский махсус хәрби операция бурыстарын үтәүсе ике яугирҙең Архангель һәм Дүртөйлө райондарында йәшәүсе ғаиләләренә район гәзиттәренә яҙҙырыу тураһындағы квитанция бүләк иткән иде. Акцияға тәүге айҙа уҡ меңдән ашыу кеше ҡушылды. Хәҙер инде был хәрәкәт Башҡортостандың төрлө төбәктәрендә йәшәүсе биш меңдән артыҡ кешене берләштерә.
“Республика Башкортостан” Нәшриәт йорто ойоштороп үткәргән әлеге акция төбәктә иғлан ителгән Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға һәм уларның ғаилә ағҙаларына ярҙам итеү йылында ла дауам итә. Унда ҡатнашыусылар хәрбиләр ғаиләләрен гәзит-журналдарға яҙҙырып ҡына ҡалмай, уларға хуплау, рәхмәт һүҙҙәрен һәм ихлас теләктәрен дә белдерә.
Был игелекле эштән беҙҙең саҡмағоштар ҙа ситтә ҡалмай. Быға ҡәҙәр үткән гәзит-журналдарға яҙылыу кампаниялары ваҡытында яугир яҡташтар ғаиләләрен район гәзитенә яҙҙырып, квитанциялар бүләк иткән шәфҡәтле яҡташтар булды. Уҙған шәмбелә районыбыҙҙың Тайнаш ауылы Һабан туйында ошонда йәшәүсе өлгөлө ғаиләләрҙең береһе – Бәҙертдиновтар әлеге акцияға ҡушылып, яҡташтары – Иҫке Балаҡ ауылынан махсус операция бурыстарын үтәргә киткән яугирҙең ғүмер юлдашы Гөлнара Ғалимоваға район гәзитенә яҙылыу тураһындағы квитанцияны тултырып бүләк итергә булды. Гөлнара Ғәрәби ҡыҙы – Тайнаш ауыл биләмәһендә яҡташ яугирҙәр өсөн гуманитар ярҙам йыйыуҙы ойоштороуҙа иң актив ҡатнашҡан райондаштарҙың береһе. Урындағы “Герой” ауыл хужалығы кооперативында яуаплы хеҙмәттәр башҡарған Рәфис Рәшит улы менән өс тиҫтә йылға яҡын мәктәптә балаларға белем һәм тәрбиә биргән Гүзәлия Әҙһәр ҡыҙы, уларҙың улдары Риғәт һәм килендәре Таңһылыу яугир яҡташтары ғаиләһенә изге теләктәр еткерҙеләр һәм бөтә райондаш хәрбиҙәрҙең мөмкин ҡәҙәр тиҙрәк еңеү менән әйләнеп ҡайтыуҙарын теләнеләр. (Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, һабантуйҙа Гөлнара Ғәрәби ҡыҙын шәхсән осрата алманыҡ, Бәҙертдиновтар квитанцияның әбүнәсе өлөшөн шәхсән үҙенә, ә беҙ почта бүлексәһенә тапшырасаҡбыҙ). Июль айынан яугир йортона райондың “Игенсе” гәзите килә башлай.
“Игелекле яҙҙырыу” – ул ябай акция ғына түгел, ә ысын мәғнәһендә республикала йәшәүселәрҙең, райондаштарҙың берҙәм яуаплылыҡ тойоу һәм берләшеү билдәһе дә. Яҡташ яугирҙәребеҙгә, уларның ғаиләләренә ихлас рәхмәтле булыуҙарын белдереп, райондаштарҙы ошо акцияға ҡушылырға саҡырабыҙ.

Автор:
Читайте нас