Шоңҡар
+24 °С
Ямғыр

Яугирҙарға гуманитар ярҙам оҙатылды

Хәйбулла районынан сираттағы гуманитар ярҙам махсус хәрби операция биләмәһенә ебәрелде. Ғәҙәттәгесә, уны йыйыуҙа битараф булмаған хәйбуллалар ҡатнашты һәм  яугирҙар өсөн иң кәрәкле әйберҙәр йыйылды.

Яугирҙарға гуманитар ярҙам оҙатылдыЯугирҙарға гуманитар ярҙам оҙатылды
Яугирҙарға гуманитар ярҙам оҙатылды

Сираттағы гуманитар ярҙам махсус хәрби операция биләмәһенә ебәрелде. Ғәҙәттәгесә, уны йыйыуҙа битараф булмаған хәйбуллалар ҡатнашты һәм  яугирҙар өсөн иң кәрәкле әйберҙәр йыйылды. Эвакуация арбалары, маскировка селтәрҙәре, һыу, ҡоро душ, салфеткалар һәм башҡалар ебәрелде. Үҙ сиратында «Беҙ бергә – көс!”  хәйриә фонды Шайморатов исемендәге штаб һәм «Хәйбулла» ирекмәндәре менән берлектә  Донецк ҡалаһының ялан госпиталдәренә гуманитар ярҙам ебәрҙе.

-Беҙҙең ауылы биләмәһенән махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар күп. Шуға күрә уларға даими гуманитар ярҙам күрһәтергә тырышабыҙ. Бөгөн ауыл биләмәләренән алып киленгән маскировка селтәрҙәре, гигиена өсөн кәрәк-яраҡтар, пластик һауыттарҙа шишмә һыуы, эвакуация арбалары, боҙолмаған аҙыҡ-түлек  һәм башҡа әйберҙәр тейәнек. Өфөлә “Урал” йөк машинаһына тәгәрмәстәр тейәйәсәкбеҙ. Гуманитар ылауҙы үҙем дә оҙатып барам, --  тине Атингән ауыл биләмәһе башлығы Айнур Юнысов.

  • Сираттағы отпускам тамамланып, әле ҡабат юлға сығырға йыйынам. Бер юлы гуманитар ярҙам алып барабыҙ. 2022 йылдан махсус хәрби операция биләмәһендәмен һәм яугирҙарҙың кемеһе ҡайҙа торғанын, уларға ниндәй әйберҙәр кәрәклеген яҡшы беләм. Хәйбулла районы етәкселегенә һәм халҡына, ирекмәндәргә гуманитар ярҙам йыйыуҙа әүҙем ҡатнашҡандары өсөн рәхмәтемде белдерәм. Әгәр ҙә шундай тыл булмаһа, беҙгә ҡыйынға тура килер ине. Бөтә яугирҙар ҙа һәр саҡ сикһеҙ рәхмәтле. Ғөмүмән, беҙҙең республика башҡа төбәктәргә ҡарағанда яҡшы ярҙам күрһәтә. Егеттәр тыуған яҡтан килгән гуманитар ярҙамды көтөп алалар, - тине  “Кәрим” позывнойлы яугир.
Рәзилә Байғусҡарова, "Хәйбулла" хәбәрҙәре гәзите сайтынан.
Яугирҙарға гуманитар ярҙам оҙатылды
Яугирҙарға гуманитар ярҙам оҙатылды
Автор:
Читайте нас