

Инвалидлығы булған МХО ветераны Денис Матвеевтың торлағы - фонд филиалы оҙатыуында 2025 йылдың ғинуарынан сиратта тора. Бар ҡағыҙ эше менән уға фондтың Миәкә районы буйынса филиалы социаль координаторы Айгөл Ҡәнзәфәрова ярҙам иткән.
- Социаль координаторым Айгөлгә ҙур рәхмәтемде белдерәм! Ул махсус операцияла ҡатнашыусылар өсөн күп эшләй. Ветерандар уның ярҙамында күп нәмәгә өлгәшә. Ҙур рәхмәт! - тип Денис Матвеев үҙ хистәрен тыя алмай.
- Күп нәмәне белмәнек, ә ул беҙгә аңлатты. Өҫтәүенә социаль координаторға төрлө ваҡытта мөрәжәғәт итәләр. Кис, көн, иртән булһаң да, ул һәр ваҡыт беҙҙең менән бәйләнештә, – тип өҫтәне Денистың ҡатыны Анастасия Матвеева.
Денистың торлағын тикшереүҙе инвалидтар ихтыяжы өсөн торлаҡ биналарҙы тикшереү буйынса махсус комиссия үткәрҙе.
Денис менән Анастасия ғаиләлә тулыландырыуҙы көтәләр,ул ҡыҙ булыр тип өмөтләнәләр. Денистың тормошҡа ҙур пландары бар - уҡырға һәм күңеленә ятышлы эш табырға. Ул барыһы ла килеп сығыр тип шикләнмәй.
Фондтың республика филиалы эшмәкәрлеге тураһында тулыраҡ бында: https://vk.com/public220653548
«Ватанды һаҡлаусылар» фондының Башҡортостандағы филиалы Өфө ҡалаһы, Минһажев урамы, 107 адресы буйынса урынлашҡан. Эш ваҡыты: 9.00 сәғәттән 18.00 сәғәткә тиклем, ял көндәре юҡ.
Алдан консультация өсөн телефон: 8 (347) 268-01-02
"Бәләбәй" хәбәрҙәре гәзите сайтынан.