

МХО зонаһына Яңауыл районынан гуманитар йөк килтерелгән. Өс автомобилдән торған колоннаны муниципалитет хакимиәте башлығы Салауат Ғилмиев алып барған. Ул хәрбиҙәргә яҡташтары әҙерләгән мейестәр, электр генераторҙары, шанцлы инструменттар, төҙөлөш материалдары һәм башҡа мөлкәт тапшырылыуы тураһында һөйләне. "Махсус хәрби операция үткәрелгән зонала хәрби бурыстар үтәгән егеттәр осрашыуға сикһеҙ шатлана. Һеҙҙең йылы теләктәрегеҙ, сәләмләүҙәрегеҙ һәм посылкаларығыҙ ысын илһам сығанағы булды. Беҙ яугирҙәрҙең рәхмәт хаттары һәм уларҙың тиҙ арала туғандарына ҡайтыу өмөтө менән ҡайтабыҙ", — тип яҙҙы Салауат Ғилмиев үҙенең социаль селтәрендә.