Шоңҡар
+24 °С
Ямғыр

Ярҙам саралары арттырылды

Башҡортостанда МХО-ла ҡатнашыусыларға һәм ветерандарға, шулай уҡ уларҙың ғаиләләренә ярҙам саралары 54-кә еткерелде. Бөгөн хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә республика хөкүмәте премьер-министры урынбаҫары — спорт министры Руслан Хәбибов ошо турала белдерҙе.

Ярҙам саралары арттырылдыЯрҙам саралары арттырылды
Ярҙам саралары арттырылды

«Ватанды һаҡлаусылар» дәүләт фондының республика филиалы менән берлектә хәрби хеҙмәткәрҙәр һәм уларҙың туғандары менән өҙлөкһөҙ эш алып барыла, тип билдәләне Руслан Хәбибов.

Яңы саралар исемлегенә теш протездары менән тәьмин итеү, физкультура-һауыҡтырыу хеҙмәттәренә сертификаттар биреү, планлы дауаханаға һалыуҙы көтөү ваҡытын ҡыҫҡартыу, ярҙам сараларын алыу өсөн ғаризалар һәм документтар ҡабул итеү буйынса бушлай күсмә хеҙмәтләндереү өҫтәлде.

Эштең мөһим йүнәлештәренең береһе — медицина ярҙамы күрһәтеү. Мәҫәлән, күсмә комплекс ярҙамында 509 хәрби хеҙмәткәр диспансеризация үткән. Республика клиник һуғыш ветерандары госпиталендә 5,5 меңдән ашыу кеше дауаланған. 35 хәрби ветеран реабилитация һәм адаптация өсөн техник саралар менән тәьмин ителгән, 2025 йылдың аҙағына тиклем тағы 65 кеше аласаҡ. «Йәшел урман» шифаханаһы базаһында асылған Республика комплекслы реабилитация үҙәге тәүге СВО ҡатнашыусыларын ҡабул иткән.

Автор:
Читайте нас