Шоңҡар
+24 °С
Ямғыр

"Һаулыҡ поездында" 18 яугир ҡатнашты

Табиптар шулай уҡ хәрби хеҙмәткәрҙәрҙең 470 ғаилә ағзаһын, шул иҫәптән 50 баланың һаулығын тикшерҙе, тип хәбәр иттеләр республиканың һаулыҡ һаҡлау министрлығынан.

"Һаулыҡ поездында" 18 яугир ҡатнашты"Һаулыҡ поездында" 18 яугир ҡатнашты
"Һаулыҡ поездында" 18 яугир ҡатнашты

Башҡортостан медиктары 18 МХО-ла ҡатнашыусы яугирҙарҙы һәм уларҙың 470 ғаилә ағзаһын, шул иҫәптән 50 баланың һаулығын тикшерҙе, тип хәбәр иттеләр республиканың һаулыҡ һаҡлау министрлығынан. 

"Яугирҙар һәм уларҙың яҡындары хаҡында хәстәрлек күреү — беҙҙең өсөн иң мөһиме. Бөгөн 40-тан ашыу төбәк ярҙамы саралары тормошҡа ашырыла. Былтыр ошо маҡсатҡа республика бюджетынан 13,5 миллиард һум самаһы йүнәлтелгән», — тип билдәләне Радий Хәбиров.

Һауыҡтырыу акцияһы сиктәрендә бөтәһе 72 меңгә яҡын ҡабул итеү, 16 мең тикшереү, шул иҫәптән 10 меңдән ашыу флюорография, биш меңдән ашыу маммография үткәрелгән. Тикшереүҙәр һөҙөмтәһендә табиптар кешеләрҙә ҡанда глюкоза кимәленең күтәрелеүен, холестерин кимәленең күтәрелеүен, ҡан баҫымының күтәрелеүен һәм артыҡ ауырлыҡты асыҡлай. Шикле йәки асыҡланған сирле бөтә граждандар ҙа диагнозды аныҡлау өсөн республиканың төрлө учреждениеларына тикшереүгә ебәрелгән, уларға дауалау тәғәйенләнгән, тип өҫтәнеләр ведомствола.

Автор:
Читайте нас