+24 °С
Ямғыр


Баш ҡалабыҙҙан махсус хәрби операция биләмәһендәге яҡташтарыбыҙға гуманитар ярҙам даими ебәрелә. Өфөнөң Октябрь районы хакимиәте башлығы Антон Тарасов социаль селтәрҙә хәбәр итеүенсә, был юлы ылауға фронтта кәрәкле техника тейәлгән.Өфөнән "Урал" автокраны, "Нива" автомобиле, пилотһыҙ осҡостар яугирҙарға барып еткән.
Әйткәндәй, техника тейешле тикшереү үткәрелеп ебәрелә, автокран нығытмалар төҙөүгә файҙаланыласаҡ.
Иң мөһиме - яугирҙар имен булһын да, еңеү менән иҫән-һау әйләнеп ҡайтһын!
Фото: Антон Тарасовтың телеграм-каналы.
Алһыу Ишемғолова