+24 °С
Ямғыр


Салауат районынан махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы Вадим ҡыҫҡа ваҡытлы ялға ҡайтҡанында һөйгәне Ләйсән менән ҡауышҡан. Был турала район хакимиәте башлығы Марс Кашапов социаль селтәрҙә яҙа. Вадим Әфтахов фронтта йөрөй. Отпускка ҡайтҡанда ул ғаилә ҡорған.
"Вадим беҙҙең өсөн ғорурлыҡ һәм батырлыҡ өлгөһө. Һеҙҙе туйығыҙ менән ҡотлайым! Донъяла тиҙерәк тыныслыҡ булһын һәм күберәк ғаиләләр барлыҡҡа килһен, балалар тыуһын", - тип яҙған район етәксеһе.
Әлбиттә, яңы ғаилә барлыҡҡа килеүе - һәр кем өсөн шатлыҡ. Вадим менән кәләшен ҡотлайбыҙ! Тыныс тормошта бик бәхетле йәшәргә яҙһын!