

Һуғыш кешенең ниндәй ҡатламдан, баймы ул ярлымы, талантлымы-түгелме, йырсымы, бейеүсеме, ғаиләлеме, яңғыҙаҡмы икәнлегенә һис тә ҡарамай.
Башҡорттарҙан ул бер үҙе генә булған...
Һуғыш өсөн барыһы ла бер тиң. Уның маҡсаты – дошманын күберәк юҡ итеү. Ошо арҡала, тормоштоң иң төп байлығы - кеше, йыш осраҡта, ҡорбан була, йәки зәғифләнеп ҡала. Ут эсенән иҫән-һау әйләнеп ҡайтыу бәхете барыһына ла йылмаймай.
Үҙәнбаш ауылында йәшәүсе Виталий Киселев тураһында ул иҫән сағында уҡ яҙырға теләк бар ине. Тәү ҡарамаҡҡа башҡа урыҫтарҙан уның бер айырмаһы ла юҡ. Урта йәштәрҙәге ерән урыҫ. Был - тәү ҡарамаҡҡа. Бар сер уның тап-таҙа башҡортса һөйләшеүендә ине.
Уның менән тәүге танышҡан көн бөгөнгөләй хәтерҙә. 2022 йылдың июнендә, мин эшләгән “Башлес” йәмғиәтенә эшкә урынлашып йөрөй ине ул. Контроль-үткәреү пунктына инеп, башҡортса иҫәнләшеп, исемен дә атағас, бер аҙ хайран ҡалдырҙы. Русса һөйләшкән башҡорт менән аралашыуға ҡарағанда, башҡортса һөйләшкән урыҫ менән аралашыуы күпкә ҡыҙығыраҡ та, яҡыныраҡ та икән. Үҙ телебеҙ өсөн ғорурланырлыҡ та бит был!
Виталий 1972 йылда Әбйәлил районы Мәйгәште ауылында тыуа. Атаһы Иван Александрович леспромхозда мастер, әсәһе Елена Григорьевна клубта йыйыштырыусы булып эшләй. Ғаиләлә тыуып-үҫкән алты малайҙың иң кесеһе Виталий була. Ул Буранғол ауылының мәктәп-интернатын тамамлағас, Таштимер һөнәрселек училищеһында тракторсы һөнәрен үҙләштерә. 1990-1992 йылдарҙа Латвияла ил сиге һаҡсылары ғәскәрҙәрендә хеҙмәт итә. Хәрби часҡа барып еткәс тә ата-әсәһенә яҙған хатында шундай иҫ китерлек һүҙҙәр була: “Мин бында башҡорттарҙан бер үҙем генә”, - тигән. Ысынлап та, иҫ тә китерлек, һоҡланырлыҡ та Виталий Киселевтың был һүҙҙәре. Ҡатыны Айгөл әйтеүенсә, ошо хат тураһында Әбйәлилдең “Осҡон” гәзите яҙып сыҡҡас, был хәл төбәктә легендаға ла әүерелеп китә! Улар өйҙәрендә лә саф башҡортса һөйләшкәндәрҙер - быға шигем юҡ. Бер тапҡыр Виталийҙың, яҡын туғаны, ҡустыһы Вадим менән башҡортса әңгәмәләшеп торғанына үҙем шаһит булдым.
Миңә “Башҡорт” ҡушаматлы Виталий менән бер коллективта, төрлө сменаларҙа булһаҡ та, йыл ярымдан ашыу бергә эшләргә яҙҙы. Ул алсаҡ, күңеле асыҡ, ярҙамсыл, гел генә тиерлек көләс йөҙлө, шаян да кеше ине. Эшенә яуаплы ҡараны, ҡуйылған бурыстарҙы еренә еткереп үтәне. Ҡатыны Айгөл менән, уны беҙҙең һөнәргә үҙе өйрәтеп, бергә эшләнеләр. Уларҙың сменаһы иң өлгөлө һаналды.
Виталийҙың махсус хәрби операцияға үҙ теләге менән китергә контракт төҙөүен беҙ генә түгел, хатта ҡатыны менән ике буй еткән ҡыҙы ла белмәй ҡала. Был турала уның 2024 йылдың 18 февралендә махсус хәрби операцияға юлланғас ҡына ишетеп, ныҡ аптырауҙа ҡалдыҡ. Латвияла, Совет Армияһында ике йыл хеҙмәт итеү осоронда ул башҡорттарҙан бер үҙе генә булһа, был юлы, яу яланында ҡурҡыу белмәҫ ысын башҡорт егеттәре менән йәнәш, алғы һыҙыҡта, 239-сы танк полкында штурмлаусы-гранатометчик була.
“Туча” позывнойлы Виталийҙың хәлен ҡатыны аша белешеп торҙоҡ. Ул шул уҡ йылдың 28 мартында һуңғы тапҡыр бәйләнешкә сыға. Ниндәй ҙә булһа яңылыҡ килеүен көтөп, туғандары, яҡындары, таныштары өсөн көсөргәнешле, шомло мәл башлана. Оҙаҡламай “хәбәрһеҙ юғалды” тигән рәсми хат килә. Ғаилә һуғышта ҡатнашыусыға тәғәйен бөтә түләүҙәрҙән дә мәхрүм ителә.
Яралымы ул, үлеме, иҫен юғалтҡанмы, снаряд, мина шартлағанда һәләк булғанмы, әллә әсирлектәме - ошондай фараздар, ниндәйҙер мөғжизәләр көтөп, ярты йылдан ашыу ваҡыт үтеп китә. Виталийҙың табуты ноябрь айында ғына ҡайтарылып, шарттарына килтерелеп, Белоретта ерләнде.
Мин әле башҡорт рухлы Виталий Киселев үҙенә бер ҙә юҡҡа ғына “Туча” позывнойы алмағандыр, тип уйлайым. Яу ҡырында бер-бер ятып ҡалһам, болот булып йөҙөп ҡайтырмын, тыуған яғымды, туғандарымды, эшемде, иҫәндәрҙе күктән күҙәтермен тигәндер. Ысынында ла ул бит хәҙер күктә.
Үлем үҙенә тәүгеләрҙән булып иң яҡшыларҙы ала, тиҙәр. Хәҙер инде аяуһыҙ һуғыш та быға ихласлап булышлыҡ итә: ҡыйыуҙар, илен һөйгәндәр тәүгеләрҙән китә. Алсаҡ, күңеле асыҡ, ярҙамсыл, гел генә тиерлек көләс йөҙлө, шаян Виталий кеүектәр ҡалдымы икән беҙҙә, осрармы улар берәй? Хәрби хеҙмәткә алынғас, 18 йәшлек кенә сағында, башҡа милләт кешеләре араһында үҙен бер бөртөк башҡорт тип һанаған Виталий Иванович Киселев әлеге һуғышта һәләк булып ҡалғас, халҡым тағы бер башҡортҡа кәмене тип әйтергә лә булалыр...
Мәүлит КӘРИМИ.