

Үткән йылы МХО-ла һәләк булған Әлтәф ЗАҺИҘУЛЛИН үлгәндән һуң "Батырлыҡ өсөн" миҙалына лайыҡ була. Уны бер туған апаһы Минисара Мөхәмәҙиә ҡыҙы менән ҡатыны Гөлфиә Хәйрулла ҡыҙына тапшырғандар. Әйткәндәй, Ғафури районының Имәнлек ауылында Клара һәм Мөхәмәҙиә Заһиҙуллиндар ғаиләһендә тыуған һигеҙ бала ла бәләкәйҙән илһөйәр булып үҫәләр. Бөгөн Минисара Мөхәмәҙиә ҡыҙы ирекмәнлек эше менән әүҙем шөғөлләнә. Ул хаҡлы ялға сыҡҡансы Йөҙимән ауылында мәҙәниәт мөдире, китапханасы булып эшләй. Әлеге ваҡытта Красноусолда йәшәй һәм был ауылда ойошторолған мөслимәләр ағзаһы. Улар бөгөн МХО-лағы яугирҙар өсөн сеткалар үреүҙә, ылауҙар ебәреүҙә актив ҡатнаша.