

Музейҙа взвод командиры менән осрашыу
Осрашыу башында «Тыуған тыл. Хәйбулла» волонтерҙары үҙҙәре алып барған тынғыһыҙ эштәре менән таныштырҙы. “Меркурий” дрондарҙан ҡурсалаған ҡормаларҙың кәрәклеге хаҡында ла һөйләне, ә музей директоры Рәзилә Байғусҡарова
килгән ҡунаҡтарға күргәҙмәләр буйлап экскурсия ойошторҙо. Район хакимиәте башлығының социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары Роза Рәсембәтова осрашыуҙарҙың әһәмиәте һәм мөһимлеге тураһында һөйләне һәм «Тыуған тыл. Хәйбулла»
ирекмәне Юлиә Ғәлиеваға Башҡортостан Республикаһының махсус хәрби операция ветерандары исеменән Рәхмәт хаты тапшырҙы.
Яугир «Тыуған тыл. Хәйбулла» хәрәкәтенең әүҙем ирекмәндәрен Рәсәй Федерацияһы Оборона министрлығының 34253-сө ғәскәри часынының «Рәсәй ирекмәндәренә» миҙалы менән бүләкләне. Хәйбулланың ҡунаҡсыл халҡы «Меркурий»ҙы ла, уның ғаилә ағзаларын да иғтибарһыҙ ҡалдырманы. Һәр береһе үҙенең ҡул эштәрен, шулай уҡ яугирға маскировкалау селтәрҙәрен, дрондарҙан ҡурсалаған ҡормалар һәм башҡа күп әйберҙәрҙе тапшырҙы.
«Меркурий» позывнойлы яугир:
–Хәйбулла районы ирекмәндәре гуманитар ярҙам менән беҙҙең часҡа бер нисә тапҡыр килде. Ҡыҫҡа ваҡытҡа ялға ҡайтҡан осорҙа Хәйбуллаға саҡырғастар, бер нимәгә ҡарамай ғаиләм менән килдек. Аҡъярға килеүемдең төп маҡсаты – Хәйбулла районынан танк батальоны составында хеҙмәт иткән яугирҙарҙы Генерал Шайморатов миҙалы менән бүләкләү тураһында үтенес менән мөрәжәғәт итеү, шулай уҡ ирекмәндәрҙе бүләкләү. Беҙгә ярҙам иткәндәрҙең барыһына ла рәхмәтлебеҙ. Маскировка селтәрҙәре унда айырыуса кәрәк, уларһыҙ бик ауыр. Шулай уҡ дрондарға ҡаршы юрғандар ҙа ныҡ ярҙам итә. Гуманитар посылкалар менән бергә төрлө-төрлө сағыу уйынсыҡтар алыу ҙа күңелде, кәйефте күтәреп ебәрә.
Ильнара Аптикова