Шоңҡар
+22 °С
Ямғыр
Барыһы ла Еңеү өсөн
16 Сентябрь 2025, 11:51

"Гид"тың ҡатыны ла илһөйәр

Ундай парҙар тураһында, силәгенә күрә ҡапҡасы тура килгән, тиҙәр. 

"Гид"тың ҡатыны ла илһөйәр"Гид"тың ҡатыны ла илһөйәр
"Гид"тың ҡатыны ла илһөйәр

Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары һәр осорҙа ла ирҙәренә терәк була белеүҙәре менән айырылып торған. Бөгөнгө заманда ла беҙҙең гүзәл заттарыбыҙ тыныслыҡ, аяҙ күк йөҙө өсөн ҡулдарынан килгән тиклем барыһын да эшләйҙәр. Шундай ҡатын-ҡыҙҙарҙың береһе - Миләүшә Ғибәҙуллина. Ул Мәсетле районының Оло Ыҡтамаҡ ауылында йәшәй. "Беренселәрҙең Хәрәкәте" тип аталған дөйөм Рәсәй балалар һәм йәштәр ижтимағи-дәүләт хәрәкәтенең урындағы бүлексәһе етәксеһе. Ул МХО-лағы ир-егеттәрҙең ғаиләләренә ярҙам итә, яуҙағылар өсөн ылау йыйыу менән дә әүҙем шөғөлләнә. 

Миләүшәнең тормош иптәше лә МХО-ла. "Гид" - 2022 йылда полиция хеҙмәткәре булараҡ, МХО-ға командировка менән бара. 2024 йылда иһә контракт төҙөй. Бындай илһөйәр парға ҡарап, силәгенә күрә ҡапҡасы тура килгән, тиҙәр. Киләсәктә тыныс тормошта оҙаҡ-оҙаҡ йылдар парлашып йәшәргә яҙһын.

Фото интернеттан алынды. 

"Гид"тың ҡатыны ла илһөйәр
"Гид"тың ҡатыны ла илһөйәр
Автор:Разинә Зайнетдинова
Читайте нас