Шоңҡар
+24 °С
Ямғыр
Барыһы ла Еңеү өсөн
30 Сентябрь 2025, 11:49

"Ете ҡыҙ"ҙың сираттағы изге эше

Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙарының борон-борондан оло йөрәкле булыуҙары билдәле. 

"Ете ҡыҙ"ҙың сираттағы изге эше"Ете ҡыҙ"ҙың сираттағы изге эше
"Ете ҡыҙ"ҙың сираттағы изге эше

"Ошо көндәрҙә "Ете ҡыҙ" йәмәғәт ойошмаһы рәйесе Ләйсан Рабаданова, Башҡортостандың атҡаҙанған артистары Эльмира Юлдашева һәм Ришат Рәхимов Луганск һәм Донецк Халыҡ Республикаларында урынлашҡан хәрби берләшмәләрҙә булды. Ирекмәндәр иң тәүҙә "Башҡортостан" мотоуҡсылар полкының Ремонт ротаһына сәфәр ҡылды. Һалдаттар яҡташтарын ихлас ҡаршыланы, тыуған яҡтан килгән күстәнәстәрҙе шатланып ҡабул итте. Яланда ҡуйылған концерт бөтәһенең дә күңеленә хуш килде. Луганскиҙа урынлашҡан хәрби госпиталдә Башҡортостан вәкилдәрен һәр саҡ яҡты йөҙ менән ҡаршы алалар. Был юлы ла шулай булды. Унда ҡуйылған концерт яралы һалдаттарға көс, дәрт, ышаныс өҫтәне. Улар ижадсыларҙың сығышын ихлас алҡышланы, ҡушылып йырлап ултырҙы. Ирекмәндәр Светлодарск госпиталенә лә сәфәр ҡылды. Унда дауаланған яугирҙар, уларға ярҙам күрһәткән медицина белгестәре йылы осрашыу ойошторған өсөн рәхмәт белдерҙе. Нисек кенә булмаһын, ауырлыҡты йырҙар еңеләйтә бит. Ир-егеттәр Башҡортостан халҡы әҙерләгән күстәнәстәр өсөн сикһеҙ ҡыуанды. Бигерәк тә татлы сәк-сәк өсөн рәхмәт әйтеүселәр күп булды. Амвросиевка ла "Ете ҡыҙ" өсөн яҡшы таныш. Унда шайморатовсылар хеҙмәт итә. Волонтерҙар Рәсәй Геройы Миңлеғәли Шайморатов исемен йөрөткән хәрби берләшмәлә булып, концерт тәҡдим итте. Башҡортостан күстәнәстәрен, яугирҙар өсөн кәрәк-яраҡтар тапшырҙы. Гуманитар ылау туплауҙа күп район һәм ҡалалар ҡатнашты. Ватан һаҡсыларына ярҙам иткән һәр кемгә, айырыуса Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрына, Өфөләге 194-се балалар баҡсаһына, Әбйәлил районы Рысҡужа ауылы халҡына оло рәхмәтебеҙҙе белдерәбеҙ. Һәр йортҡа, һәр ғаиләгә яугирҙарыбыҙҙың ҡайнар һәм һағынышлы сәләмдәрен еткерәбеҙ. Хәрбиҙәребеҙ тылдың көсөнә таяна һәм ышана. Улар фронтта Еңеү өсөн тир һәм ҡан түгә. Беҙ ҙә һынатмайыҡ! Ватан һаҡсыларына ярҙам итәйек", - тип яҙа "Ете ҡыҙ" йәмәғәт ойошмаһы.

Фото интернеттан алынды. 

"Ете ҡыҙ"ҙың сираттағы изге эше
"Ете ҡыҙ"ҙың сираттағы изге эше
Автор:Разинә Зайнетдинова
Читайте нас