-14 °С
Болотло
Бөгөнгө көндә Айһылыу Мозафарова МХО-ла һалдаттарға ярҙам итә. Малаяҙ үҙәк район дауаханаһында хирургия бүлегендә эшләгән хеҙмәттәш ҡыҙҙары Айһылыуҙы һағыныуҙарын, һоҡланыуҙарын белдереп стенгазета эшләгәндәр. Тиҙҙән уны, Салауат районан барған ылау менән бергә, аҡ халатлы фәрештәгә тапшырасаҡтар. Йылы һүҙ - йән аҙығы, тиҙәр. Тыуған яғынан килгән бындай сәләмдең дә Айһылыу өсөн көтөлмәгән матур, йылы иҫтәлек булып күңелендә һаҡланыр, тип уйлайбыҙ.
Фото интернеттан алынды.