Батырлыҡ төшөнсәһе бөгөн киң һәм тәрән мәғәнәгә эйә. Дрондар аҫтында ир-егеттәребеҙ ил һағында торғанда, улар өшөмәһен, кәрәк-яраҡтар һәр саҡ ҡул аҫтында булһын тип, тылдағы гүзәл заттар ҙа әүҙемлек күрһәтә. Шундай өлгөлө ҡатын-ҡыҙҙарҙың береһе – Хәлисә Ҡәҫтрәм ҡыҙы Төхбәтова (Садыҡова). Ул Әбйәлил районының Үтәгән ауылында йәшәй. Ауылдың ағинәйе лә ул. Ғүмер буйы бухгалтер булып, колхоз эшендә эшләп, үҙен тик яҡшы яҡтан ғына күрһәтеп өйрәнгән Хәлисә Ҡәҫтәрәм ҡыҙы әле лә ҡул ҡаушырып ултырмай. Ул МХО-лағы яугирҙар өсөн башалтай, бирсәткәләр бәйләй, маскировка селтәрҙәре үрә, һалдаттар өсөн махсус йәшәү беләҙектәр (браслет жизни) үрә. Хәлисә Ҡәҫтәрәм ҡыҙының аяҡ-ҡулдары һыҙлауһыҙ, оҙаҡ йылдар тағы үрнәк булып йәшәүен теләйбеҙ.