-14 °С
Болотло
МХО башланыу менән күптәрҙең тормошо икегә бүленде. Күптәр тыныс, ғәмһеҙ тормошто ҡалдырып, ут эсенә юлланды. Шулар араһында Салауат районынан Вилдан Сафин да бар. Ул ун алты йыл дауамында полицияла төрлө вазифа биләй: ябай участковыйҙан алып полиция майорына тиклем...
Ә 2024 йылда ул МХО-ға үҙ теләге менән бара. Унда уға рота командиры һәм башҡа вазифалар тәҡдим итәләр. Тик барыһын да башынан башлап эшләргә күнеккән оло йөрәкле ир, ябай һалдат булып, алғы һыҙыҡҡа юллана.
Фото интернеттан алынды.