-14 °С
Болотло
Рәил Йосопов – Баймаҡ районының Буранбай ауылында тыуа. Бала сағы Сәйғәфәр ауылында уҙа. Хәрби хеҙмәт ваҡытында Чечен Республикаһында барған беренсе хәрби бәрелешкә эләгә. 2024 йылдың 23 февралендә, Рәсәй Оборона министрлығы менән котракт төҙөп, МХО-ға юллана. “Йәш егеттәр унда ҡан ҡойғанда, бында нисек түҙеп ятмаҡ кәрәк? Үҙем әйләнеп ҡайта алмаһам, даным ҡатыр”, - ти ул. Үткән йылы ул яуҙа башын һала.