Бөгөн - Ватан ҡаһармандары көнө билдәләнә. Ошо уңайҙан Конгресс - Холда МХО яугирҙарына миҙалдар тапшырылды. Башҡортостан Республикаһының Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты Гөлнур Ғәлинур ҡыҙы Ҡолһарина уларҙың һәр береһенә ярҙам ҡулы һуҙырға әҙер икәнлектәрен белдерҙе. Шулай уҡ, бында юрист, психолог, табиптар ҙа МХО-нан яраланып, ялға ҡайтҡан һалдаттарҙың һорауҙарына яуап бирҙеләр.
Ниндәй һорау менән кемдәр уларға күберәк килеүе тураһында, медицина психологы Искәндәр Артур улы Мостафиндан һораштыҡ. "Күберәк ҡатын-ҡыҙҙар килә. МХО яҙмыштарҙы үҙгәртте. Гүзәл заттарҙың бер өлөшө, ире, улы яуҙа йөрөгәнлектән, үҙенә урын, күңеленә тыныслыҡ таба алмайынса беҙгә мөрәжәғәт итә. Икенселәрен ҡайғы аяҡтан йыға яҙа. Өсөнсөләре, ирҙәрен килтерә. Сөнки көслө заттар үҙҙәрен һау-сәләмәт итеп тойһалар ҙа, ут эсендә йөрөү барыбер йоғонто яһай. Һәр кемгә ярҙам итергә тырышабыҙ", - ти Искәндәр Артур улы.