-14 °С
Болотло
Салауат районының Малаяҙ ауылынан алты йәшлек Эмир Сафин Өфөлә үткән Яңы йыл байрамында ҡатнашҡан. Ғөмүмән, бында биш йөҙләп, өс йәштән алып ун дүрт йәшкә тиклемге, малайҙар һәм ҡыҙҙар килгән. Уларҙың барыһының да аталары МХО-ла. Ҡыш бабай, Ҡарһылыу менән осрашыу, шыршы тирәләй йырлап-бейеү барыһына ла оҡшаған. "Атайымды еңеү менән көтәбеҙ. Ул тиҙерәк ҡайтһын ине", - ти Эмир. Теләктәр тиҙерәк тормошҡа ашып, илгә тыныслыҡ килһен.
Фото интернеттан алынды.