Шоңҡар
-14 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
МХО-лағыларға ярҙам
19 Ғинуар , 17:13

Ерҙең тоғро юлдашы кеүек...

Беҙҙең гүзәл заттарыбыҙ бер ерҙә лә һынатмай.

Ерҙең тоғро юлдашы кеүек...
Ерҙең тоғро юлдашы кеүек...

Эльвира Сираева – “Башҡортостан” полкының Әхмәт Дәүләтов исемендәге медицина ротаһының операция-бәйләү взводының өлкән шәфҡәт туташы.  “Ай” ҡушаматын алған гүзәл зат, ысынлап та, ерҙең тоғро юлдашы һымаҡ. Аҡ халатлы фәрештә ауыр мәлдәрҙә яралы һалдаттарға ярҙамы, йылы һүҙҙәре менән дауалай.

“Уларҙың рәхмәте, йылмайыуы – иң ҙур баһа”, – ти ул. Йәнә был полкта булғаны өсөн ғорурлана һәм ирекмәндәрҙең ярҙамдары өсөн рәхмәтле.

Быға тиклем ул Ҡараиҙел үҙәк район дауаханаһында эшләгән. “Тиҙ ярҙам”да халыҡҡа тәүге ярҙам күрһәткән. “Ай”ға уңыштар теләйбеҙ.

Фото интернеттан алынды.

Ерҙең тоғро юлдашы кеүек...
Ерҙең тоғро юлдашы кеүек...
Автор: Разинә Зайнетдинова
Читайте нас