Радий Хәбиров республиканың Дәүләт Йыйылышына мөрәжәғәтнамәһендә радиоэлектрон көрәш системаларын үҫтереү, уларҙы асыҡлау һәм юҡ итеү темаһына айырым туҡталды. УЛ FPV-дрондар, разведка һәм уларҙы тотоп алыу дрондарын етештереү төп бурыс булып ҡала, тип билдәләне.
Башҡортостан Башлығы Радий Хабиров"Башҡортостан пилотһыҙ авиация һәм радиоэлектрон көрәш буйынса компетенция үҙәктәренең береһенә әүерелде, төбәктәрҙең "дронофикацияһы" рейтингының тәүге өсәү исемлегенә инде. Беҙҙең уникаль предприятиелар Рәсәйҙә тәүгеләрҙән булып FPV-дрондар һәм пилотһыҙ аппараттар өсөн электр двигателдәре сығара башланы".
Президент ҡушыуы буйынса беҙ граждандар һәм хәрби дрондар әҙерләйбеҙ һәм етештерәбеҙ. Инженерҙарыбыҙ "Ҡыш Бабай" тип атаған ауыр дрон осош һынауҙарын үтте һәм бөгөн яугирҙарыбыҙға ярҙам итә. Һуңғы ике йылда МХО зонаһына бөтәһе 10 меңдән ашыу дрон ебәрелде. Быйыл пилотһыҙ аппараттар һәм уларҙың компоненттарын етештереүҙе арттырыу өсөн 20-нән ашыу компания-резидентты берләштерер өсөн төбәк ғилми-производство үҙәген асырға ниәтләйбеҙ. 1 апрелдән пилотһыҙ осоу аппараттарын етештереү күләмен 50 процентҡа арттырырға ҡушам", - тине республика етәксеһе.
ФОТО: bashinform.ru