Шоңҡар
-20 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
МХО-лағыларға ярҙам
6 Февраль , 14:15

Снайперҙан алып – БПЛА инструкторына тиклем

Алгис Кәримов 2023 йылда, алғы һыҙыҡта пилотһыҙ аппараттар ҡулланыу киң таралғас, хәрби хеҙмәткәр яңы һөнәр үҙләштерергә теләүселәр араһында була. Ул ваҡытта операторҙарҙың штат вазифалары булмай, яугирҙар үҙҙәре инициатива күрһәтә.

Снайперҙан алып – БПЛА инструкторына тиклем
Снайперҙан алып – БПЛА инструкторына тиклем

Алгис Кәримов хәрби хеҙмәткә саҡырылып, башта Псковта спецназ часында хеҙмәт итә. 2022 йылда мобилизациялана һәм разведкаға эләгә. Тап шул саҡта уларға өс танк экипажы ярҙамында дошмандың 200-ҙән ашыу һалдаты һәм 20-нән ашыу техникаһы башлаған һөжүмде туҡтатырға тура килә. Был алыш өсөн Алгис Ҡаһарманлыҡ ордены менән бүләкләнә. Һуңыраҡ ул командирын ут аҫтынан алып сыҡҡан өсөн «Һәләкәткә осрағандарҙы ҡотҡарған өсөн» миҙалын ала. Авдеевканы азат итеүҙә ҡатнашҡаны өсөн «Батырлыҡ өсөн» миҙалы менән бүләкләнә.

2023 йылда, алғы һыҙыҡта пилотһыҙ аппараттар ҡулланыу киң таралғас, хәрби хеҙмәткәр яңы һөнәр үҙләштерергә теләүселәр араһында була. Ул ваҡытта операторҙарҙың штат вазифалары булмай, яугирҙар үҙҙәре инициатива күрһәтә.

– Мин өлкән разведчик-снайпер булып хеҙмәт иттем, әммә пилотһыҙ аппараттар менән эшләнем, - тип хәтерләй Алгис. Телефонға FPV-дрон симулятор ҡушымтаһын күсереп алып, күнекмәләр үттем. Тыл зонаһындағы уҡыу үҙәгенә килгәс, инструктор мине пульт артына ултыртты, минең нисек эшләүемде ҡараны һәм «Һин әҙер инде» тине. Беренсе көндә үк дронды һауаға күтәрҙем.

2023 йылдың йәйенән 2024 йылдың майына тиклем Кәримов FPV-дрон операторы була.

– Бер ваҡыт дошмандың БМП-һы тура беҙҙең пехота позицияларына йүнәлгәйне һәм мөмкин тиклем тиҙерәк уны туҡтатырға кәрәк ине, - тип һөйләй Алгис. - Минең "ҡош" һауала ине инде, һәм шунда уҡ сәпкә тейҙерҙем. Шулай итеп, егеттәрҙең ғүмерен ҡотҡарҙым. Йәки бына миҫал: дошмандың ут нөктәһе арҡаһында штурмовиктар алға бара алмағас, мин пулеметсыны юҡ иттем, һәм иптәштәрем юғалтыуҙарһыҙ алға китте.

Операторҙың эше техник күнекмәләрҙе генә түгел, физик сыҙамлыҡты ла талап итә. Техника һәр ваҡыт алғы һыҙыҡҡа яҡын килә алмай, ә операторҙар унан 3-5 километр алыҫлыҡта эшләй. Шуға күрә Кәримовты төркөм менән техникала 7-15 километр алыҫлыҡта ҡалдырып китәләр һәм эш нөктәһенә тиклем йөктәрҙе күтәреп йәйәү барырға тура килә.

Хәрби заданиела оператор һәр ваҡыт уяу: дрон шунда уҡ команда буйынса күтәрелергә тейеш. Ротациялар араһында техника әҙерләнә: аппараттарҙы программалау, боеприпастар йыйыу, электрониканы көйләү. Инженер менән бергә Кәримов осоу алыҫлығын арттырыу һәм аппарат менән бәйләнеште юғалтмау өсөн ҡулдан эшләнгән ретрансляторҙар йыя.

- Минең маҡсатым дошманды юҡ итеү. Командирҙар бурыс ҡуя, мин уны үтәйем, – ти Алгис. 

2024 йылда отпуск ваҡытында контрактҡа һайлап алыу пункты начальнигы менән таныша, ул уға яңы быуын яугирҙәренә тәжрибә тапшырыу өсөн уның ҡул аҫтындағы хеҙмәткә күсергә тәҡдим итә. Тиҙҙән пилотһыҙ системалар ғәскәрҙәре айырым структура итеп ҡарала башлай.

Бөгөн Кәримов яңы операторҙарҙы – иртәгә фронтҡа юлланыусыларҙы әҙерләй. Ул уларҙы дрондар менән идара итеүҙән тыш, алдан уйларға, командала эшләргә, үҙ-үҙеңде ҡулда тоторға өйрәтә. Тәжрибәһен уртаҡлаша. Алгистың төп бурысы – уҡыусылары ысын дошман менән осрашыуға әҙер булһын.

Был ғәскәрҙә хеҙмәт итеү, уның өҫтөнлөктәре тураһында тулы мәғлүмәтте башбат.рф сайтында һәм 122 телефоны аша алырға була.

Сығанаҡ: От снайпера до инструктора БпЛА — "Красная звезда"

Сергей Чернов тексы һәм фотоһы.

 

Автор: Венер Исхаков
Читайте нас