Шоңҡар
-20 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
МХО-лағыларға ярҙам
18 Февраль , 18:10

Мөрәжәғәт итер урын барлыҡҡа килде

Башҡортостанда махсус хәрби операция зонаһында хәбәрһеҙ юғалған хәрбиҙәрҙең туғандары өсөн контакт офисы булдырылды.

Мөрәжәғәт итер урын барлыҡҡа килде
Мөрәжәғәт итер урын барлыҡҡа килде

Был башланғыс республика Башлығы Радий Хәбировтың 2026 йылдың 30 ғинуарында БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайға Мөрәжәғәтнамәһендә яңғыраны. Унда яугирҙәргә ярҙам итеү һәм МХО-ла ҡатнашыусыларҙың ғаиләләре тураһында хәстәрлек күреү – 2026 йылға төбәк сәйәсәтенең һис шикһеҙ өҫтөнлөгө тип билдәләнде.

Башҡортостан Башлығы ҡушыуы буйынса республикала Кеше хоҡуҡтары буйынса Вәкил махсус офис эшен ойошторҙо. Тейешле бойороҡҡа 2026 йылдың 2 февралендә ҡул ҡуйылды.

Офисҡа түбәндәге һорауҙар буйынса мөрәжәғәт итергә мөмкин:

- хәрби хеҙмәткәр статусын билдәләү;

- мөмкин булған урын тураһында мәғлүмәтте аныҡлау;

- эҙләү тәртибен аңлатыу;

- консультация һәм хоҡуҡи ярҙам алыу.

Адресы: Өфө ҡалаһы, Пушкин урамы, 95-се йорт, 208-се кабинет.

Телефондар: 8 (347) 280-88-50, 8 (347) 280-88-49

Офис эше ғаиләләрҙе оҙатыуға һәм уларға кәрәкле ярҙам күрһәтеүгә йүнәлтелгән.

Автор:
Читайте нас