Шоңҡар
-11 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
МХО-лағыларға ярҙам
21 Февраль , 11:00

“Дрон менән идара иткәндә үҙемде ҡоштай хис итәм”

Дошмандың тылына осорға хыялландым. Минең шөғөлдө күреп, уҡырға ебәрҙеләр. Мин риза булдым. 

“Дрон менән идара иткәндә үҙемде ҡоштай хис итәм”
“Дрон менән идара иткәндә үҙемде ҡоштай хис итәм”

“Дрон менән идара иткәндә үҙемде ҡоштай хис итәм”

Бөгөнгө интервью махсус хәрби операция зонаһынан. Яҙышабыҙ. "Туча"ның профессионал булыуы күренеп тора: аныҡ, тиҙ һәм эшлекле. 

“Дрон менән идара иткәндә үҙемде ҡоштай хис итәм”

Бөгөнгө интервью махсус хәрби операция зонаһынан. Яҙышабыҙ. "Туча"ның профессионал булыуы күренеп тора: аныҡ, тиҙ һәм эшлекле.

–Һеҙ МХО-ла күптәнме?

– 2022 йылдың октябренән, мобилизацияландым.

–Баштан уҡ пилотһыҙ осоу аппараттары менән эшләйһегеҙме?

–Оператор булып 2023 йылдан алып.

– Уға тиклем нимә меән шөғөлләндегеҙ?

 –Позицияла оборона тоттоҡ.

– Яраланманығыҙмы?

– Яраланманым. Марьинкаға ингәндә көслө ут һөжүменә эләктек. Ун секунд яҙмышты хәл итте. Тиҙ генә башҡа урынға күсмәһәм, әле һеҙҙең менән һөйләшеп тә ултырмаған булыр инем. Мин ятҡан ергә миномет снаряды төштө.

– Ниндәй наградаларға эйә булдығыҙ?

– “Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы”, 2-се дәрәжә Батырлыҡ өсөн, 4-се дәрәжә Георгий тәреһе миҙалдары менән наградландым.

–Операторлыҡҡа бойороҡ буйынса йәки үҙ теләгегеҙ менән күстегеҙме?

– Үҙем. Ютубта видео ҡараным, ҡыҙыҡһынып киттем, нисек эшләүен белергә теләнем. Аҙаҡ деталдәр туплап, пенопластан һәм ағастан беренсе борттарҙы йыя башланым. Самолеттарҙа урындарҙы разведкалау менән шөғөлләнермен тип уйлай инем. Дошмандың тылына осорға хыялландым. Минең шөғөлдө күреп, уҡырға ебәрҙеләр. Мин риза булдым. Дронға идара итеү минең өсөн ҡарурмандай  таныш булмаған  эш ине. Тәүге аҙнала пультта стиктарҙы тоторға өйрәндем. Бер бармағым һынғанлыҡтан, насар бөгөлә ине. Ауыр ине, тик мин бирешмәнем, үҙем өйрәнергә теләнем.

Хәтерләйем, тәү тапҡыр дрон менән идара иткәндә, ел сыҡты. Тулҡынланам, баш әйләнә, сөнки күҙлек кейгәнмен. Мин һәр саҡ осорға хыялландым, осоусы булып булманы, ә дрондарға идара иткәндә мин үҙемде ҡош кеүек тоям.

– Дрондарығыҙҙы юғалтманығыҙмы?

–  Эйе, тура килде. Урында ориентирҙы юғалтырға ярамай. Юҡһа, үҙеңдекеләрҙе эләктереүең ихтимал. Картографияны һәм ориентациялауҙы яҡшы белеү мотлаҡ.

2023 йылда һәр алған “ҡарсыға” өсөн иҫәпләшергә кәрәк ине. Хәҙер улар етерлек.

Пилотһыҙ осоу аппараттары операторы – профессия. Һин бортты тойорға һәм уның нимәгә һәләтле булыуын аңларға тейешһең. Ул машина кеүек, уның бөтә мөмкинлектәрен белеү мотлаҡ. Дошман бер кешегә 5-10 “ҡарсыға”һын да йәлләмәүе ихтимал.

Операторлыҡҡа һәр кандидатты һайлап алыу мөһим. Аңлы, яуаплы кеше кәрәк. Ул алғы һыҙыҡтағы егеттәрҙе яҡлай алһын, бының өсөн көнө-төнө эшләү талап ителә. Элек ҡорамалдарҙы бер нисә километр үҙебеҙ ташыһаҡ, хәҙер беҙҙе автомобилдәр, мотоциклдар менән тәьмин итәләр. Пилотһыҙ осоу аппараттарының сифаты яҡшырҙы, был үҙгәреш бөтә нәмәгә лә ҡағыла. Түләүҙәрҙе ваҡытында алабыҙ.

–  Өйҙә һеҙҙе кем көтә?

– Ҡатыным, балаларым. Улар хәҙер мәктәпкә уҡырға төштө, тик 1 сентябрҙә икеһен дә  1-се класҡа оҙата алманым.

– Һеҙ Стәрлетамаҡта тыуып үҫтегеҙме?

- Ҡасандыр унда йәшәнем һәм 3-сө лицей-интернатта уҡыным. Класс етәксеһе Лилиә Егоровнаға сәләм әйтегеҙ!

- Мобилизацияға тиклем нимә эшләнегеҙ?

- Мин нефтсе булып эшләнем. Махсус хәрби операция тамамланғас, нефть секторында пилотһыҙ технологияларҙы индереү менән шөғөлләнергә уйлайым.

– Оператор булырға теләүсе йәштәргә ниндәй кәңәш бирер инегеҙ?

– Ҡорамалды, программаларҙы, картографияны, физиканы яҡшы өйрәнергә кәрәк. Иң мөһиме, теләк булһын һәм рухты юғалтмаҫҡа кәрәк.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, контракт төҙөү мәсьәләләре буйынса республика халҡы берҙәм 177 белешмә номеры буйынса, 122 йәки (347) 218-19-19-19 телефондары аша Ситуация үҙәгенә, “Минең документтарым” күп функциялы үҙәктең яҡындағы офисына мөрәжәғәт итә ала. Шулай уҡ һорауҙарға яуапты башбат.рф сайтында, контракт буйынса хәрби хеҙмәткә инергә теләүселәр өсөн һәм уларҙың ғаилә ағзаларына социаль ярҙам саралары тураһында "Телеграм"да мәғлүмәт таба алаһығыҙ. Башҡортостанда контракт буйынса хәрби хеҙмәткә саҡырыу дауам итә. Мобиль пункттар республиканың барлыҡ ҡала һәм райондарында эшләй.

 Фото: "Стерлитамакский рабочий" гәзите.

 

Автор: Венер Исхаков
Читайте нас