Бөтә яңылыҡтар
МХО-лағыларға ярҙам
28 Февраль , 22:00

"Ә дрон яҡынлашҡандан-яҡынлаша"

Уның иҫәбендә ҡыйратылған дошман техникаһы,  дрондар һәм позициялар бик күп. Шулай ҙа ул  Еңеүгә яҡынлашыуҙа барыһынан да бигерәк бер-береңә ярҙам итеүҙең һәм туғандарса мөнәсәбәттең мөһимлеген билдәләй.

"Ә дрон яҡынлашҡандан-яҡынлаша"
"Ә дрон яҡынлашҡандан-яҡынлаша"

“Оператор хеҙмәте тураһында уйлап та ҡарамағайным”
"Тайып китеп,  арҡама йығылдым. Тиҙ генә күтәрелә алмаясағымды аңлайым, ә дрон яҡынлашҡандан-яҡынлаша. ”Бөттөм, былай булғас”, тип уйлайым. Шул мәлдә “Чип” позывнойлы оператор ҙур теүәллек һәм оҫталыҡ менән “баба-яганы”атып төшөрҙө..."

“Майский” позывнойлы яугир, “Башҡортостан” мотоуҡсылар полкының Миңлеғәли Ғөбәйҙуллин  исемендәге батальонының пилотһыҙ осоу аппараттары отделениеһы командиры махсус хәрби операция зонаһында операторҙарҙың эше, уларҙың армия уңышына индергән өлөшө тураһында һөйләне. Уның әйтеүенсә, дрондар дошман көсөн бер нисә километрҙар алыҫлығында юҡҡа сығара, һалдаттар өсөн хәүефте кәметә ала.  
“Майский” Туймазы районында тыуып үҫкән, контракт төҙөгәнгә ҡәҙәр слесарь булып эшләгән, төрлө эштәр башҡарған.  2023 йылда “Башҡортостан” мотоуҡсылар полкында хеҙмәт итә башлауҙы  ул аңлы рәүештә һайлаған. Хәрби әҙерлекте Һамар өлкәһендә үткән, унда ҡоралдар төрөн, тактик медицинаны һәм штурм төркөмдәре  составындағы эште үҙләштергән.
Ә бына пилотһыҙ осоу аппараттары операторы сифатында хеҙмәт итеү тураһындағы тәҡдим уның өсөн көтөлмәгән хәл булған. Шулай ҙа идара итеүҙең тәүге тәжрибәһенән һуң ул был эш менән ҡыҙыҡһынып китә.
“Үҙемде һынап ҡараным, булдыра алғанымды аңланым, хатта ғәжәпләндем. Әйтерһең дә мин үҙем дронды контролләйем. Әлбиттә, тәүҙә үҙләштереү ҡатмарлыҡтар тыуҙырҙы, был бит һиңә йөк машинаһын йөрөтөү түгел.
 Яйлап тәжрибә тупланым, инструкторҙар ентекләп аңлатты, күрһәтте, уҡыу еңел бирелде. Бынан һуң практика башланды. Хәҙер мин дрондар менән  интуиция, һиҙемләү ярҙамында идара итә алам”, – ти яугир.
Уның иҫәбендә ҡыйратылған дошман техникаһы,  дрондар һәм позициялар бик күп. Шулай ҙа ул  Еңеүгә яҡынлашыуҙа барыһынан да бигерәк бер-береңә ярҙам итеүҙең һәм туғандарса мөнәсәбәттең мөһимлеген билдәләй.
“Бер ваҡыт хәрби бурысты үтәгән саҡта беҙҙе дошман гексакоптеры ”баба-яга” эҙәрлекләне. Моғайын, һөжүмгә әҙерләнгәндер. Мин  төҙәнем дә ут астым. Тайып китеп,  арҡама йығылдым. Тиҙ генә күтәрелә алмаясағымды аңлайым, ә дрон яҡынлашҡандан-яҡынлаша. ”Бөттөм, былай булғас”, тип уйлайым. Шул мәлдә “Чип” позывнойлы оператор ҙур теүәллек һәм оҫталыҡ менән “баба-яганы” атып төшөрҙө. Шулай итеп, “Чип” минең ғүмеремде ҡотҡарҙы”, – тип хәтергә ала яҡташыбыҙ.
 Яугирҙең әйтеүенсә, пилотһыҙ осоу аппараттары операторҙары артиллерия, танк һәм штурм подразделениелары өсөн һуғыш яланы әҙерләүҙә төп ролде уйнай. Разведкалау, күҙәтеү, координаттарҙы тапшырыу эштәрен дә башҡара. Фронт һыҙығынан алыҫта тороп та, дошман позицияларын утҡа тотоу һәләтенә эйә операторҙар.
“Тап ошонда ла инде  пилотһыҙ осоу аппараттарының көсө, – ти “Майский”. – Пилотһыҙ система ғәскәрҙәре махсус хәрби операцияла хәл иткес роль уйнаясаҡ. Был хеҙмәт тыныс тормошта ла файҙа килтерәсәк. Йәштәрҙе ғәскәрҙәрҙең ошо төрөндә хеҙмәт итергә саҡырам”.
Телеграм каналында “Башҡортостан” пилотһыҙ ғәскәрҙәрҙә хеҙмәт” чат-боты асылды. Виртуаль ярҙамсы Рәсәй Ҡораллы көстәренең  Пилотһыҙ осоу аппараттары ғәскәрҙәрендә хеҙмәт тураһындағы көнүҙәк һорауҙарға яуап алырға ярҙам итәсәк.
Уға тиклем контракт буйынса саҡырыу тураһында  баш.бат.рф. сайты яңыртылды. Махсус хәрби операция үткәреү зонаһында хеҙмәт итергә теләүселәр өсөн портал Пилотһыҙ осоу аппараттары ғәскәрҙәренең өҫтөнлөктәре тураһында  мәғлүмәт менән тулыландырылды.
Был төп  өҫтөнлөктәрҙе ҡарап үтәйек. Пилотһыҙ осоу аппараттары операторҙары өсөн юғары хәүефһеҙлек саралары ҡаралған. Уларҙың хеҙмәте алғы һыҙыҡтан алыҫ ерҙә үтә.
Оборона министрлығы һығылмалы хеҙмәт срогын тәҡдим итә. Контракт бер йылдан алып төҙөлә, был хеҙмәт үҙенсәлектәрен баһаларға мөмкинлек бирә. Хәрби кеше хеҙмәттән китә йәки яңы контракт  төҙөй ала.
  Яугирҙәргә белгеслектәрҙе һаҡлау гарантиялана. Хәрбиҙе, уның ризалығынан тыш, пилотһыҙ осоу аппараттары менән бәйләнмәгән башҡа белгеслеккә йәки ғәскәрҙәрҙең башҡа төрөнә күсерергә ярамай
Был өлкәләге контрактниктар тулы социаль пакет ала. Уларға закон тарафынан ҡаралған бөтә түләүҙәр, льготалар, социаль гарантиялар ҡағыла.
Бынан тыш, студенттар өсөн махсус шарттар бар. Вуздарҙа уҡыусылар, академик ял алып, контракт төҙөргә хоҡуҡлы, ә хеҙмәттән һуң бюджетҡа уҡырға инә аласаҡ.

 "Башҡортостан" гәзитенән

Автор: Венер Исхаков
Читайте нас