Шоңҡар
-4 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар

Төрлө ташламалар ҡаралған

МХО менән бәйле студенттар иғтибарына ла яңылыҡ бар.

Төрлө ташламалар ҡаралған
Төрлө ташламалар ҡаралған

МХО менән бәйле студенттар иғтибарына ла яңылыҡ бар.

  • Әгәр ҙә, уҡыу йорттарында студенттар коммерция нигеҙендә уҡый икән, бер йылға уҡыуын ҡалдырыу буйынса махсус контракт төҙөй ала, - ти граждандарҙы контракт буйынса хәрби хеҙмәткә һайлап алыу буйынса Өфө пункты офицеры Алмаз Ғабрахманов. – Һуңынан ул уҡыуын бюджетта дауам итә аласаҡ. Сөнки “Хәрби хәрәкәттәр ветераны” исемгә эйә булыусыларға уҡыу ерҙәрендә лә ташламалар ҡаралған.

 

МХО-ға юлланырға теләүселәргә, контракт төҙөргә, йәшәгән урыны буйынса хәрби комиссариатҡа, Өфөләге һайлап алыу пунктына мөрәжәғәт итергә кәрәк. Үҙең менән паспорт, хәрби билет алырға кәрәк. Һуңынан Оборона министрлығының уҡыу пункттарында ике ай хәрби әҙерлек курстарын үтәсәк. Унда улар менән хәрби хәрәкәттәрҙә ҡатнашҡан тәжрибәле операторҙар һәм инструкторҙар шөғөлләнәсәк.

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ: Башҡортостанда контракт буйынса хәрби хеҙмәткә алыу дауам итә. Пилотһыҙ системалар ғәскәренә барырға теләүселәргә 122 номерына шылтыратып яҙылырға мөмкин.

 

 

Фото интернеттан алынды.

Төрлө ташламалар ҡаралған
Төрлө ташламалар ҡаралған
Автор: Разинә Зайнетдинова
Читайте нас