Шоңҡар
-11 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар

Оло йөрәкле студенттар

Батыр яуҙа ла һынала, эше менән дә раҫлай.

Оло йөрәкле студенттар
Оло йөрәкле студенттар

Бөрө медицина-фармацевтика колледжының өс студенты Луганскта урынлашҡан хәрби госпиталгә, яралы һалдаттарға медицина ярҙамы күрһәтергә, ирекмән булараҡ киткән.

Буласаҡ фельдшерҙар Иван Поздняков менән Заһит Әсләмовтар үткән йылы йәйен бында булғандар.  Дмитрий Казаков иһә беренсе тапҡыр. Ирекмән студенттар яралы һалдаттарға төрлөсә ярҙам итәләр. Ашаталар, яраларын бәйләйҙәр, медицина процедураларына алып баралар. Буласаҡ табиптар өсөн үҙҙәрен һынап ҡарар, тәжрибә туплар өсөн дә яҡшы. Әйткәндәй, медицинала уҡыусы студенттар араһында ирекмән булырға теләк белдереүселәрҙең һаны артҡандан-арта бара.

Фото интернеттан алынды.  

Оло йөрәкле студенттар
Оло йөрәкле студенттар
Автор: Разинә Зайнетдинова
Читайте нас