“Шайтан” позывнойлы Мәләүез яугиренә илһөйәрлек тойғоһо бала саҡтан уҡ һалынған. 6-сы лицейҙа яҡшы билдәләргә генә уҡыған, буйсан Тимур мәктәптең волейбол, баскетбол секцияларына йөрөгән. Урыҫ лаптаһы спорты төрө буйынса икенсе разряд алыуға ла өлгәшкән. Йәйге каникулда Көйөргәҙе районы Зәк-Ишмәт ауылына өләсәләренә ҡайтмаған саҡта Мәләүез урамдары буйлап велосипедта елгән, видео уйындар таралған ваҡытта приставка ҡулланып компьютерҙа плестейшн менән виртуаль атыш уйындары уйнарға яратҡан.
Башҡорт дәүләт аграр университетына агрономлыҡҡа уҡырға инеп, өс курстан һуң үҙенең күңеленә ятмаған һөнәр һайлағанын аңлай ҙа, ғүмерен бушҡа әрәм итмәҫкә уйлап, үҙен төрлө һөнәрҙә һынай. 2008 йылда армияла артиллерия ғәскәрендә хеҙмәт итеп ҡайтҡас, башлы-күҙле була. Камчатка яғында эшләй. Махсус хәрби операция башланғас, бер йыл БПЛА операторы булып хеҙмәт итеп ҡайта.
Ҡаршымда ултырған 36 йәш “Шайтан” позывнойлы яугирҙең ил һаҡларға барыу маҡсатын белешәм. “Шайморатов батальонын йыйғанда уҡ МХО-ға барырға ниәт иткәйнем, тик ул ваҡытта тәүәкәллегем етмәне. 2023 йылда гуманитар ярҙам ташый башланым. Яугирҙәр менән осрашҡанда үҙемдең бында кәрәклегемде аңланым”, - ти ул.
Белгородта ике аҙналыҡ теоретик курс үткәндән һуң, ҡайтып медкомиссия үтә, контракт төҙөп, яу биләмәһенә юллана. Инструкторҙар хеҙмәткә алыныусының уңышҡа өлгәшеүен күреп, командирҙарға БПЛА операторҙары сафына индерергә кәңәш итә.
“Башта Рәсәй “Хәрби туғанлыҡ” ойошмаһы ирекмәндәренән ҙур булмаған айырым отряд булдырылды. Бригаданан хәҙер өс батальонға тиклем үҫештек. Әле дүрт батальон бар. Батальонда өс рота, бер ротала ете расчет, һәр расчетта һигеҙ яугир. Башта яуҙың алғы һыҙығында эшләнек, минометтар менән ата башлағастар, хәүефһеҙлек ҡағиҙәһен иҫтә тотоп, 10-20 километрға артҡа күсерҙеләр”, - ти “Шайтан” хәрби пилотһыҙ системаның ыңғай яғын миҫалға килтереп. Пилотһыҙ осҡостар менән эшләгән хәрбиҙәр яу ҡырында яугирҙәрҙең ғүмерен һаҡлап ҡалырға һәләтле, дрон операторҙары штурмлаусылар, артиллеристар, танкистар менән тығыҙ бәйләнештә эшләй, был иһә үҙ маҡсатында ҡуйылған бурысты уңышлы үтәү мөмкинлеген бирә, һуғыш һөҙөмтәһенең хәл ителешенә ныҡ тәьҫир итә.
Алтышар ай ике тапҡыр хеҙмәт итеп ҡайтҡан “Шайтан” заводта әле эшләй, буш ваҡытта ғаиләһе, уҫтары менән сәйәхәт итергә, “Көнгәк” тауына күтәрелергә ярата. Үҫеп килгән быуынды илһөйәрлек рухында тәрбиәләү маҡсатында төрлө сараларға йөрөй, уҡыусылар өсөн ҡаһарманлыҡ дәрестәре үткәрә. Ил тыныслығы өсөн хеҙмәтенең мөһимлеген аңлаған “Шайтан” тағы ла МХО биләмәһенә барырға теләген йәшермәне.
Махсус хәрби операцияла “Шайтан” экстремаль шарттарҙа үҙ ғүмерен ҡурҡыныс аҫтына ҡуйып яуҙаштарын ҡотҡарыуҙа күрһәткән батырлығы һәм фиҙакәрлеге өсөн “Һәләк була яҙғандарҙы ҡотҡарған өсөн” һәм башҡа миҙалдар менән наградланған.
Әҡлимә Имамова