Ошо көндәрҙә районыбыҙҙан махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы “Молчунья” ҡушаматлы яугирбикәбеҙ – Алһыу Дәүләтова миҙал менән бүләкләнде. 26 йәшлек яҡташыбыҙ яу яланында Рәсәй яугирҙарының ғүмерен ҡотҡарып, иң мөһим һәм кәрәкле эш башҡара.
Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар көнө алдынан уның профессиональ ҡаҙаныштары “Хәрби берләшмәне нығытҡан өсөн” миҙалы менән билдәләнгән. Был юғары наградаға Рәсәй Федерацияһы Ҡораллы Көстәренә йөкмәтелгән бурыстарҙы хәл итеүҙә булышлыҡ итеүселәр лайыҡ була. Беҙҙең ҡаһарман яугирҙар көн һайын яу яланында башҡарған уңыштарҙа Красноусолдан булған тыйнаҡ ҡыҙҙың да өлөшө ҙур.
Алһыу 2000 йылда Ғафури районының Имәнлек ауылында тыуған, һуңынан ғаиләләре Красноусолға күскән. Красноусолда ҡыҙ 2-се урта дөйөм белем биреү мәктәбен тамамлай, һуңынан Салауат медицина училищеһында уҡып, диплом ала.
Тыуған илгә, һайланған һөнәренә бирелгәнлеге, эшенә сикһеҙ һөйөүе һәм алғы һыҙыҡтағы яугирҙарыбыҙға ярҙам итеү теләге Алһыуҙы МХО алып килә. Хәҙер ул Луганск йүнәлешендәге госпиталдә хеҙмәт итә. Уның “Молчунья” тигән ҡушаматы, үҙе үк – тыйнаҡ, артыҡ һүҙ һөйләмәҫ икәнлеген әйтеп тора.
Яҡташтар һинең менән ғорурлана, Алһыу! Яугирҙар һәм ил өсөн эшләгәндәрең өсөн рәхмәт! Бүләк алыуың менән ҡотлайбыҙ һәм күберәк шатлыҡлы мәлдәр, тыныс аяҙ күк йөҙө һәм тиҙерәк Еңеү килеүен теләйбеҙ!
Әлфиә Вәлиева.
"Табын" гәзитенән.