Шоңҡар
-7 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар

Дрондарһыҙ еңеү мөмкин түгел

"Дроновод профессияһы йәшерәк хәрбиҙәр араһында бик популяр. Улар өсөн техника менән идара итеү бер ни тормай. Тик бына  урында ориентациялау оҫталығына өйрәнергә кәрәк", - ти яугир.

Дрондарһыҙ еңеү мөмкин түгел
Дрондарһыҙ еңеү мөмкин түгел

 

"Дроновод профессияһы йәшерәк хәрбиҙәр араһында бик популяр. Улар өсөн техника менән идара итеү бер ни тормай. Тик бына  урында ориентациялау оҫталығына өйрәнергә кәрәк", - ти яугир.

 

Махсус хәрби операция зонаһында разведканы “күренмәгән фронт” тип атайҙар. Хәрбиҙәр бөгөн ер аҫтында ятҡан көйө еңеүҙе яҡынайтыу өсөн көрәшә. Дроноводтарҙан тыш артиллерияның “һуҡырайыуы”, ә яугирҙәрҙең дошман ҡамауына эләгеүе ихтимал. Горобзор.ру хәбәрселәре Дүртөйлө районы егете, “Курок” позывнойлы яугир менән тап ошо хаҡта әңгәмә ҡорған.

Ул 2023 йылдың көҙөндә фронтҡа үҙ теләге менән китә, пилотһыҙ осоу аппараттары менән эш итергә өйрәнә һәм разведкала хеҙмәт итә. Оборона министрлығының пилотһыҙ системалар ғәскәрҙәрен булдырыу  тураһындағы ҡарарын бик әһәмиәтле, ваҡытлы ҡарар тип иҫәпләй.

“Элек бындай бүлексәләр бик аҙ булды, ә хәҙер һәр взводта бар. Пилотһыҙ системалар – разведка һәм дошманды юҡ итеү тигән һүҙ.  Мин разведкалаусы DJI-Mavic, Enterprise квадрокоптерҙары һәм башҡалар  менән эшләнем. Ул саҡта уҡ 25-35 йәшлек йәштәр күп ине. Дроноводтар яҡшы эшләй, иң мөһиме, уларҙы еңел өйрәтергә мөмкин”, – ти “Курок”.

Дроновод профессияһы йәшерәк хәрбиҙәр араһында бик популяр. Улар өсөн техника менән идара итеү бер ни тормай. “Тик бына урында ориентациялау оҫталығына өйрәнергә кәрәк, мәғлүмәттәр һәм координаттар бурысты үтәү өсөн аныҡ, дөрөҫ булырға тейеш. Топографияға өйрәтәсәктәр, – ти “Курок”. – Һәр техниканың үҙенсәлекле оптик приборҙары бар. Грамоталы тактика, дрондарҙы даими яңыртыу  – операторҙарҙың хәүефһеҙлеге нигеҙе”.

Яугир әйтеүенсә, хәҙер ҙур алыҫлыҡтарға осоусы дрондар ҙа бар. Антеннаны көсәйткес булһа, блиндажда ер аҫтында ғына ултырып эшләргә була. Әммә операторҙар осоштарҙа бер нисә шартты иҫтә тоторға тейеш. Беренсенән, һауа шарттарын, елдең барлығын. Ел ыңғайына 15-20 километр осоу – бер эш.  Шартлыса батареяның 15 проценты тотонола. Елгә ҡаршы ҡайтыу өсөн зарядтың етмәүе ихтимал. Икенсенән, төнгө эшкә күнегергә кәрәк. Унда бөтөнләй башҡа күренеш.

Хеҙмәт тәүлек әйләнәһенә дауам итә. Хәрәкәт булғанын һиҙҙеңме – шунда уҡ рация буйынса иптәштәреңә хәбәр ит. Коптер ҡайтҡанда ла һиҙгерлек кәрәк, сит-ят  геүләү тауышы ишетелмәйме, дошман дроны күренмәйме.

Хәҙер яугирҙәрҙе  заманса программа менән тәьмин итеү көсәйгән, ул навигация эҙҙәрен юйырға, радиоэлектрон көрәш системаһынан китергә мөмкинлек бирә. Бында программалаштырыу күнекмәләре кәрәк тә инде. Электроника, робот техникаһы шулай уҡ махсус хәрби операция барышында үҙ ҡулланылышын таба. Хәрбиҙәр трофей техникаһын яңыртырға, үҙгәртеп ҡорорға бик ярата, ти “Курок”.

Телеграм каналында “Башҡортостан” пилотһыҙ ғәскәрҙәрҙә хеҙмәт” чат-боты асылды. Виртуаль ярҙамсы Рәсәй Ҡораллы Көстәренең  Пилотһыҙ осоу аппараттары ғәскәрҙәрендә хеҙмәт тураһындағы көнүҙәк һорауҙарға яуап алырға ярҙам итәсәк. Уға тиклем контракт буйынса саҡырыу тураһында баш.бат.рф. сайты яңыртылды. Махсус хәрби операция үткәреү зонаһында хеҙмәт итергә теләүселәр өсөн портал Пилотһыҙ осоу аппараттары ғәскәрҙәренең өҫтөнлөктәре тураһында  мәғлүмәт менән тулыландырылды.

Был төп  өҫтөнлөктәрҙе ҡарап үтәйек. Пилотһыҙ осоу аппараттары операторҙары өсөн юғары хәүефһеҙлек саралары ҡаралған. Уларҙың хеҙмәте алғы һыҙыҡтан алыҫ ерҙә үтә.

Оборона министрлығы һығылмалы хеҙмәт срогын тәҡдим итә. Контракт бер йылдан алып төҙөлә, был хеҙмәт үҙенсәлектәрен баһаларға мөмкинлек бирә. Хәрби кеше хеҙмәттән китә йәки яңы контракт  төҙөй ала.

Яугирҙәргә белгеслектәрҙе һаҡлау гарантиялана. Хәрбиҙе, уның  ризалығынан тыш, пилотһыҙ осоу аппараттары менән бәйләнмәгән башҡа белгеслеккә йәки ғәскәрҙәрҙең башҡа төрөнә күсерергә ярамай

Был өлкәләге контрактниктар тулы социаль пакет ала. Уларға закон тарафынан ҡаралған бөтә түләүҙәр, льготалар, социаль гарантиялар бирелә.

Бынсан тыш, студенттар өсөн махсус шарттар бар. Вуздарҙа уҡыусылар, академик ял алып, контракт төҙөргә хоҡуҡлы, ә хеҙмәттән һуң бюджетҡа уҡырға инә аласаҡ.

Фото:  “Горобзор”.

 

Автор: Венер Исхаков
Читайте нас