Шоңҡар
-1 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар

“Кадет”, “Грек” һәм “Коба” пилотһыҙ осоу аппараттары менән идара итергә өйрәтте

Бынан тыш, яугирҙәр фронт көндәре, алғы һыҙыҡта ниндәй ҡаршылыҡтар менән осрашырға тура килеүе, хәрби рухты һаҡларға нимә ярҙам итеүе тураһында һөйләне.

“Кадет”, “Грек” һәм “Коба” пилотһыҙ осоу аппараттары менән идара итергә өйрәтте
“Кадет”, “Грек” һәм “Коба” пилотһыҙ осоу аппараттары менән идара итергә өйрәтте

 

Малаяҙ ауылында “Зарница 2.0” хәрби-патриотик уйындары уҙғарылды. Ярыштар мөмкин тиклем хәрби шарттарға яҡыныраҡ итеп ойошторолдо. Уҡыусылар граната шартлауы тауышы һәм төтөн аҫтында командала эшләргә, зирәклек күрһәтергә һәм рух төшөнкөлөгөнә бирелмәҫкә өйрәнде.

Сараның кульминацияһы булып махсус тәғәйенләнештәге отрядтың МХО-ла хәрби бурысын үтәгән “Кадет”, “Грек” һәм “Коба” позывнойлы тәжрибәле яугирҙәренең БПЛА менән оҫталыҡ дәресе торҙо.

Хәрби хеҙмәткәрҙәр уҡыусыларға пилотһыҙ аппараттар менән идара итеү буйынса уникаль дәрес үткәрҙе. Балалар заманса ҡорамалдарҙы күреп кенә ҡалманы, шулай уҡ үҙҙәрен дрон операторҙары ролендә һынап ҡарай алды. Был уларҙа ныҡ һоҡланыу тыуҙырҙы, хәҙерге армияла технологик белемдең мөһимлеген аңларға мөмкинлек бирҙе.

 Бынан тыш, яугирҙәр фронт көндәре, алғы һыҙыҡта ниндәй ҡаршылыҡтар менән осрашырға тура килеүе, хәрби рухты һаҡларға нимә ярҙам итеүе тураһында һөйләне.

Ватанды һаҡлаусылар менән йәнле аралашыу, үҙ-ара ярҙам тураһында һөйләшеүҙәр “Зарница”ла ҡатнашыусылар өсөн ысын мәғәнәһендә илһөйәрлек һәм батырлыҡ дәресе булды.

 Пилотһыҙ системалар ғәскәрҙәрендә хеҙмәт итеү тураһында һорауҙар бармы? Бушлай 122 һандары буйынса шылтыратырға мөмкин.

Автор: Венер Исхаков
Читайте нас