

Заман саҡырыуҙарына ярашлы, Рәсәй Ҡораллы Көстәрендә яңы структураны – пилотһыҙ системалар ғәскәрен булдырыу уҙған йылдың өсөнсө кварталында тамамланғайны. Уның составын тулыландырыуға бәйле бурыстар, ҡағиҙәләр, дөйөм эшмәкәрлек тураһында бер нисә һорау менән Өфө ҡалаһының Октябрь һәм Совет райондары хәрби комиссары, подполковник Вадим Виноградовҡа мөрәжәғәт иттек.
– Пилотһыҙ системалар ғәскәрендә хеҙмәт итеү өсөн кемдәр контракт төҙөй ала? Был йәһәттән йәш сикләүҙәре бармы, Вадим Евгеньевич?
– Дрондар һәм самолет тибындағы пилотһыҙ осоу аппараттары операторҙары өсөн йәш сикләүе – 18-ҙән 35-кә тиклем. Ә квадрокоптерҙарҙы йыйыусы, водитель, ашнаҡсы кеүек хеҙмәтләндереү урындарына ҡағылышлы ҡағиҙәләр икенсерәк: уларға 18-ҙән 50 йәшкәсә граждандар алына.
Медицина шарттарына килгәндә, хәрби хеҙмәткә яраҡлылыҡ “Б” категорияһынан түбән булмаҫҡа тейеш.
– Буласаҡ операторҙар нисек һәм күпме ваҡыт уҡытыла?
– Белем биреү Рәсәй Федерацияһының Оборона министрлығы тармаҡтарында, илебеҙ биләмәһендәге махсуслаштырылған полигондарҙа тормошҡа ашырыла. Уҡыу ваҡыты – ике ай. “Хәрби саҡырылыш буйынса хеҙмәттә булмаған йәш кеше пилотһыҙ системалар бүлексәһенә бара аламы?” тигән һорау йыш ҡына бирелә. Эйе, мөмкин. Әгәр йәш кеше пилотһыҙ системалар ғәскәрендә контракт буйынса хеҙмәт итә икән, уның саҡырыу буйынса армияға барыу бурысы үтәлгәнгә һаналасаҡ.
– Был бүлексә хәрбиҙәренә ниндәй социаль пакет ҡаралған?
– Улар Рәсәй Оборона министрлығы тарафынан билдәләнгән тулы социаль пакетҡа хоҡуҡлы. Шул иҫәптән хәрби хәрәкәттәр ветераны, махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы статустары, контракт төҙөгән өсөн бер тапҡыр бирелә торған аҡса, өҫтәүенә төбәк, ведомство түләүҙәре ҡаралған.
Йәнә өҫтәмә дәртләндереү сараһы бар: ҡаршы яҡ техникаһын бәреп төшөргән өсөн айырым түләү ҡаралған, уның суммаһы 50 – 500 мең һум.
– Ғөмүмән, пилотһыҙ системалар ғәскәре яугирҙәре алдына ниндәй бурыстар ҡуйылған?
– Яуҙағы хәрәкәт барышын күҙәтеү, ерҙәге пунктҡа мәғлүмәттәрҙе аныҡ ваҡытта еткереү, хәрби һөжүм, ракета ғәскәрҙәре утына дөрөҫ йүнәлеш биреү, ялған маҡсаттар булдырып, дошмандың иғтибарын ситкә йәлеп итеү, бәйләнеште ретрансляциялау һ.б. “Был бүлексәлә хәрби бурыстарҙы үтәү ни тиклем хәүефле?” тигән һорау граждандар тарафынан күп бирелеүен иҫәптә тотоп, яуап бирәм: алғы һыҙыҡтағылар менән сағыштырғанда, яу урынынан алыҫта булғанлыҡтан, пилотһыҙ системалар ғәскәре хеҙмәткәрҙәренең ғүмере, һаулығы өсөн хәүеф күпкә аҙ.
Шуны ла әйтергә кәрәк: уларҙы, үҙҙәренең ризалығынан тыш, башҡа ғәскәрҙәргә күсерә алмайҙар. Контрактта был пункт айырым нығытылған.
– Пилотһыҙ осоу ғәскәре менән контракт күпме ваҡытҡа төҙөлә?
– Илдең Оборона министрлығы тарафынан билдәләнгәнсә, махсус контрактта билдәләнгән хеҙмәт ваҡыты – бер йыл. Ошо ваҡыт үткәс, уны туҡтатырға йәки, теләгең булһа, дауам итергә мөмкин.
– Рәсәй Ҡораллы Көстәрендәге хеҙмәттән киткәс, пилотһыҙ система операторы башҡа урында эш таба аламы?
– Структурала яңы өҫтөнлөклө бүлексә булараҡ, пилотһыҙ системалар ғәскәре армияның ғына түгел, граждандар тормошондағы юғары технологиялар ҡулланылған тармаҡтарҙың да киләсәген билдәләй. Унда хеҙмәт иткәндәр тылда ла үҙ урынын табасаҡ – мәҫәлән, логистика, нефть-газ сәнәғәте, төҙөлөш, ауыл хужалығы өлкәләрендә бындай белгестәргә ихтыяж ҙур.
Автор фотоһы.
Автор:Дилбәр Ишморатова