Шоңҡар
+18 °С
Облачно

Дрон операторы һөнәре ысынлап та бик популяр

“Дрон оператор”ы  һөнәре илебеҙҙә рәсми рәүештә 2017 йылда ғына барлыҡҡа килде, шуға күрә әле ярайһы уҡ йәш, әммә әүҙем үҫешеүсе өлкә булып тора. Сит илдәрҙә бындай өлкәләр Рәсәйгә ҡарағанда байтаҡҡа күберәк: ҡотҡарыусылар, янғын һүндереүселәр, пиротехник шоу, юл-транспорт ваҡиғаларын теркәү - был дрон операторҙары үҙҙәрен ышаныслы тойған өлкәләрҙең бик аҙ исемлеге генә.

Дрон операторы һөнәре ысынлап та бик популярДрон операторы һөнәре ысынлап та бик популяр
Дрон операторы һөнәре ысынлап та бик популяр

“Дрон оператор”ы  һөнәре илебеҙҙә рәсми рәүештә 2017 йылда ғына барлыҡҡа килде, шуға күрә әле ярайһы уҡ йәш, әммә әүҙем үҫешеүсе өлкә булып тора. Сит илдәрҙә бындай өлкәләр Рәсәйгә ҡарағанда байтаҡҡа күберәк: ҡотҡарыусылар, янғын һүндереүселәр, пиротехник шоу, юл-транспорт ваҡиғаларын теркәү - был дрон операторҙары үҙҙәрен ышаныслы тойған өлкәләрҙең бик аҙ исемлеге генә.

Башҡортостанда пилотһыҙ системалар ғәскәрҙәренә кеше йыйыу дауам итә. Был – былтыр Юғары баш командующий Владимир Путин һәм оборона министры Андрей Белоусов ҡарары буйынса ойошторолған яңы элиталы ғәскәрҙәр төрө.

Пилотһыҙ ғәскәр системаһында хеҙмәт итергә теләүселәр барлыҡ түләүҙәрҙе һәм социаль гарантияларҙы тулыһынса ала, әммә айырым өҫтөнлөктәр ҙә ҡаралған. Әгәр һин – Рәсәй гражданы һәм һиңә 18-ҙән 45-кә тиклем йәш, һаулыҡ торошо буйынса яраҡлы икәнһең, Рәсәйҙең Оборона министрлығы менән килешеү төҙөргә була.

Пилотһыҙ системалар ғәскәре яугире булғандар ыңғай 1,4 миллион һум аҡса алыу һәм тотош ғаилә өсөн 50-гә яҡын ташламанан файҙаланыу мөмкинлегенә эйә.

Шуны билдәләргә кәрәк, пилотһыҙ системалар ғәскәрҙәрендә хеҙмәт итеүҙең өҫтөнлөктәре бихисап. Әйтәйек, операторҙар өсөн хәүефһеҙлектең иң юғары кимәле тәьмин ителә. Улар хәрби бәрелеш урындарынан алыҫта хеҙмәт итә.

Оборона министрлығы хеҙмәт үҙенсәлектәренә нығыраҡ төшөнөү өсөн бер йыллыҡ контракт төҙөргә тәҡдим итә. Контрактҡа ярашлы, хәрбиҙе пилотһыҙ осоусы аппарат менән идара итеүгә бәйле икенсе һөнәргә йәки ғәскәргә күсереү мөмкин түгел. Улар ҡануниәт менән ҡаралған барлыҡ түләүҙәр, ташламалар һәм социаль гарантиялар менән файҙалана.

Рәсми тел менән әйткәндә, дрон операторы - ул аппаратты көйләү һәм осоу бурысын үтәү менән шөғөлләнеүсе белгес, ерҙән пилотһыҙ осоу аппараты (БПЛА) идарасыһы.

Кемгәлер, был эштең бер ниндәй ҡатмарлығы юҡ кеүек күренәлер, йәғни, уйынсыҡ һауа йыланын осорған кеүек. Ысынында иһә, дрон менән эшләгән кеше оҫталыҡҡа эйә булырға тейеш. Аппарат менән идара итеүҙән тыш, белгес осоу бурысын планлаштыра, ҡоролмаға беркетелгән техниканы көйләй белергә тейеш. Шулай уҡ һауа шарттарын баһаларға, осоу өсөн урын һәм ваҡыт һайларға, урындағы рельефты иҫәпкә алып осоуҙы планлаштырырға, ғәҙәттән тыш хәл осрағына запас ултырыу майҙансыҡтарын ҡарарға тейеш. Пилотһыҙ осоу аппараттарын техник хеҙмәтләндереү һәм ваҡ ремонтлау ҙа ошо өлкәләге потенциаль штат белгесенә талаптар исемлегенә инә. Юғары техник белем һәм хатта юридик белем кәрәк - оператор Рәсәй ҡануниәтен белергә һәм һуңғы ваҡытта проблемаларға юлыҡмаҫ өсөн сюжетты төшөрөү өсөн кәрәкле бөтә документтарҙы алдан тултырырға тейеш.

Уның бурыстары исемлегендә алынған материалдарҙы эшкәртеү өсөн компьютер программалары менән эшләү ҙә буласаҡ. “Пилотһыҙ система - ул осоу тураһында ғына тарих түгел. Бында осоу ҡағиҙәләрен белеү генә аҙ. Хатта тәүге осош өсөн дә схемаларҙы, моторҙарҙы ҡул менән йыйырға һәм йәбештерергә кәрәк, ҡайһы берҙәре аккумуляторҙарҙы үҙаллы йыя”, - ти БПЛА йәш операторы Ярослав Лакеевтың һүҙҙәрен килтерә киң мәғлүмәт саралары. Бер һүҙ менән әйткәндә, “еңел аҡсаға” иҫәп тоторға кәрәкмәй.

Әйткәндәй, тыныс тормошта ла дрон операторына һорау ҙур. Мәҫәлән, дрон операторына эшләгән компанияның йүнәлешенә ҡарап, үҙенсәлекле программалар менән эшләү тәжрибәһе талап ителәсәк. Мәҫәлән, геодезия өлкәһендә эшләү өсөн осоу барышында алынған кадрҙарҙы анығыраҡ һәм бойомға ашырырлыҡ итеп эшләү, шулай уҡ геодезия ҡорамалдарын файҙаланыу талап ителә.

Йыш ҡына дрон операторҙарын эҙләү тураһында һорау төҙөлөш һәм геология-разведкалау компанияларынан килә. Тау сығарыу, ауыл хужалығы, нефть-газ тармаҡтарында ла ошондай белгес талап ителәсәк. Транспорт инфраструктураһы ла дрон операторҙары хеҙмәттәре менән әүҙем файҙалана.

Күсемһеҙ милекте һатып алыу-һатыу өлкәһе беренсе йыл ғына аэротөшөрөү мөмкинлектәрен һөҙөмтәле файҙаланмай. 3D- турһыҙ, 360 режимда күҙәтеүҙәрһеҙ бер кем дә теге йәки был күсемһеҙ милек объекты йәки мәҙәни объект менән тулы онлайн танышыу тәҡдим итмәйҙер, моғайын.

“Дрон оператор”ы  һөнәре илебеҙҙә рәсми рәүештә 2017 йылда ғына барлыҡҡа килде, шуға күрә әле ярайһы уҡ йәш, әммә әүҙем үҫешеүсе өлкә булып тора. Сит илдәрҙә бындай өлкәләр Рәсәйгә ҡарағанда байтаҡҡа күберәк:ҡотҡарыусылар, янғын һүндереүселәр, пиротехник шоу, юл-транспорт ваҡиғаларын теркәү - дрон операторҙары үҙҙәрен ышаныслы тойған өлкәләрҙең бик аҙ исемлеге генә.

Шулай уҡ башҡа өлкәләрҙә лә дрон операторҙарының хеҙмәте бик мөһим. Мәҫәлән, пилотһыҙ осоу аппараты ярҙамында туйҙы профессиональ төшөрөү популярлыҡ яулай бара.

- Дрон операторы һөнәре ысынлап та бик популяр, - тип раҫлай “МК” хәбәрсеһе менән әңгәмәлә коптерҙар менән идара итеү буйынса онлайн-мәктәпкә нигеҙ һалыусы. - Әле минең курста 160 кеше. Был эшкә һәр кем өйрәнә ала, әммә алдан әҙерлекле өҫтөнлөклө буласаҡ. Матур тойғоларға, фото төшөрөү өлкәһендәге тәжрибәгә эйә булыу, кәм тигәндә, төп белемдең булыуы мөһим. Һөнәрҙе ике айҙа ла үҙләштерергә мөмкин. Әммә аҙаҡтан алған белемгә таяныу мөһим, юғиһә тиҙ арала бөтә һөҙөмтә юҡҡа сығасаҡ. Ошондай белгестәр талап ителгән өлкәләр ҙә киңәйә.

Һөнәр ярайһы уҡ перспективалы һәм һығылмалы. Дрон операторы булып эшләү тәжрибәһе, мәҫәлән, күсемһеҙ милек өлкәһендә, теләһә ҡайһы ваҡытта ауыл хужалығы өлкәһендә төшөрөү эштәренә күсеүгә ҡамасауламаясаҡ. Шулай уҡ йыш ҡына дрон операторҙары үҙҙәренә эшләй башлай һәм, ҙур компанияларҙа тәжрибә туплап, шәхси практика менән әүҙем шөғөлләнә.

Был белгестең үҙе өсөн дә, төшөрөргә заказ биреүсе өсөн дә отошло. Мәҫәлән, популяр иғландар сайттарында бер тапҡыр төшөрөү өсөн дрон операторын табырға мөмкин - был  сәғәтенә яҡынса 5 000 һумға төшә. Был өлкәлә артыҡ кадрҙар булмау сәбәпле, юғары конкуренциянан да ҡурҡырға кәрәкмәй. Киреһенсә - үҙ урыныңды яулау мөмкинлеге ҙур.

“Дрон операторы” һөнәре ситтән ҡараусылар өсөн экзотик булып иҫәпләнә. Осоу эштәренең оҫталары үҙҙәре бер ниндәй романтик нәмә лә күрмәгән кеүек тойола. Әммә ул тәү ҡарашҡа ҡына шулай. Әгәр ҙә дрон операторы һөнәренә эйә булырға теләһәгеҙ, тулыраҡ мәғлүмәт менән 122 номерына шылтыратып танышырға мөмкин йәки хәрби комиссариатҡа килергә була. Үҙегеҙ менән паспорт, хәрби билет, никахҡа инеү һәм балаларҙың тыуыу тураһындағы таныҡлыҡтары (булғанда), белем алыу тураһындағы документтар кәрәк.

Кәримә УСМАНОВА

Автор:Венер Исхаков
Читайте нас