Шоңҡар
+17 °С
Облачно

Улар ҡәләмдәрен ҡоралға алмаштырҙы

Өфөнөң Мосолман зыяратында бик күп фронтовик-яҙыусылар ерләнгән. Бәхеткә күрә, Әхиәр Хәкимов, Әнүәр Бикчәнтәйев, Яныбай Хамматов, Мостай Кәрим, Сәләх Кулибай, Ғәли Ибраһимов, Ғилемдар Рамаҙанов, Хәниф Кәрим, Ҡадир Даян, Ибраһим Абдуллин, Кирәй Мәргән кеүек һуғыш юлдарын үткән яҙыусыларыбыҙҙың ҡәберҙәре тәрбиәле.

Улар ҡәләмдәрен ҡоралға алмаштырҙыУлар ҡәләмдәрен ҡоралға алмаштырҙы
Улар ҡәләмдәрен ҡоралға алмаштырҙы

Йәш яҙыусылар советы ойошторған сарала Яҙыусылар союзы рәйесе Айгиз Баймөхәмәтов, уның урынбаҫары Искәндәр Хәсәнов, Башҡортостандың халыҡ шағиры Ҡәҙим Аралбай, Башҡортостандың халыҡ шағиры Лариса Абдуллина, Идара ағзалары Венер Исхаҡов, Владимир Кузьмичев, Мостай Кәрим исемендәге фонд ағзалары - Әлфиә Кәримова, кейәүе Леонид, Зөһрә Бураҡаева, Нәфисә Билалова, шағирә Таңсулпан Рәсүл, шағирә Зилә Ғәлләмова, яҙыусы Айбулат Сәсәнбаев, яҙыусы Заһиҙә Мусина ҡатнашты.

Өфөнөң Мосолман зыяратында бик күп фронтовик-яҙыусылар ерләнгән. Бәхеткә күрә, Әхиәр Хәкимов, Әнүәр Бикчәнтәйев, Яныбай Хамматов, Мостай Кәрим, Сәләх Кулибай, Ғәли Ибраһимов, Ғилемдар Рамаҙанов, Хәниф Кәрим, Ҡадир Даян, Ибраһим Абдуллин, Кирәй Мәргән, Йәлил Кейекбаев, Ғариф Ғүмәр кеүек һуғыш юлдарын үткән яҙыусыларыбыҙҙың ҡәберҙәре тәрбиәле. Уларҙың ижадын уҡып үҫкән сарала ҡатнашыусылар яҙыусыларҙың ҡәберҙәренә ҡәнәферҙәр һалды, сәскә сәсте, өлкән быуын әҙиптәре улар тураһында матур хәтирәләре менән уртаҡлашты. Шулай уҡ Мосолман зыяратында ерләнгән башҡа яҙыусыларыбыҙҙың да ҡәберҙәре иғтибарһыҙ ҡалманы. Рухтары шатланһын!

 Хөрмәтле ҡәләмдәштәр, барығыҙҙы ла етеп килгән Еңеү көнө менән ҡотлайбыҙ! Ошо көндө яҡынайтҡан һалдаттар бер ваҡытта ла онотолмаҫ!

Улар ҡәләмдәрен ҡоралға алмаштырҙы
Улар ҡәләмдәрен ҡоралға алмаштырҙы
Улар ҡәләмдәрен ҡоралға алмаштырҙы
Улар ҡәләмдәрен ҡоралға алмаштырҙы
Улар ҡәләмдәрен ҡоралға алмаштырҙы
Улар ҡәләмдәрен ҡоралға алмаштырҙы
Улар ҡәләмдәрен ҡоралға алмаштырҙы
Улар ҡәләмдәрен ҡоралға алмаштырҙы
Улар ҡәләмдәрен ҡоралға алмаштырҙы
Автор:
Читайте нас