Шоңҡар
+15 °С
Облачно

Өфө уҡыусылары пилотһыҙ авиацияны үҙләштерә

Бөгөн илебеҙҙә пилотһыҙ авиация системалары ныҡлы үҫешә. Яңы тармаҡ өсөн инженер кадрҙарын әҙерләү мәктәп эскәмйәһенән башлана. Был өлкәләге иң ҡыҙыҡлы проекттарҙың береһе Өфөләге Советтар Союзы Геройы Н.В. Ковшова исемендәге 155-се лицейҙа тормошҡа ашырыла.

Өфө уҡыусылары пилотһыҙ авиацияны үҙләштерәӨфө уҡыусылары пилотһыҙ авиацияны үҙләштерә
Өфө уҡыусылары пилотһыҙ авиацияны үҙләштерә

155-се лицей миҫалынан күренеүенсә, Башҡортостан инженер кадрҙарын үҫтереү өсөн әҙер майҙансыҡҡа эйә була бара. Бөгөн уларҙа белем алып, тәжрибә туплаусылар иртәгә республиканың технологик суверенитетын тәьмин итеү өсөн производствоға, геология-разведкаға, ауыл хужалығына һәм логистик үҙәктәргә эшкә киләсәк.

Бөгөн илебеҙҙә пилотһыҙ авиация системалары ныҡлы үҫешә. Яңы тармаҡ өсөн инженер кадрҙарын әҙерләү мәктәп эскәмйәһенән башлана. Был өлкәләге иң ҡыҙыҡлы проекттарҙың береһе Өфөләге Советтар Союзы Геройы Н.В. Ковшова исемендәге 155-се лицейҙа тормошҡа ашырыла.

Был белем усағы ике йыл дауамында ошо йүнәлештә ғәмәли эш алып бара.

– «Авиатөҙөлөш йүнәлешендәге инженер класы» моделенә ярашлы «Пилотһыҙ авиация системалары» өҫтәмә белем биреү программаһы буйынса дәрестәр уҙғарыу ҡаралған. Лицейҙа икенсе йыл инде ошо программа буйынса дәрестәр барыла, – тип һөйләне лицей директоры Марина Дмитриева.

2024 йылда лицей «Пилотһыҙ авиация системалары» милли проектына ингәс, был ҙур этәргес бирә. Бөгөн пилотһыҙ авиация системалары буйынса түңәрәккә 120 уҡыусы йөрөй. Шуға өҫтәп, 141-се мәктәптән дә балалар йәлеп ителгән.

Белем усағында бәләкәй осош зонаһы әҙерләнгән, ремонт станцияһы һәм 3D-баҫманың юғары технологиялы зонаһы эшләй. Бөгөнгө көндә лицей штатында пилотһыҙ авиация системалары буйынса махсус уҡыған белгестәр ҙә бар. Физика, хеҙмәт һәм ике информатика уҡытыусыһы Мәскәү авиация университетында квалификацияны арттырыу курстарын үткән.

Хәүефһеҙлек нигеҙҙәре һәм Тыуған илде һаҡлау уҡытыусыһы Лайыш ҡалаһында (Татарстан Республикаһы) үҙенсәлекле стажировка үткән. Унда ул өҫтәмә белем биреү педагогтарын ҡайтанан әҙерләү программаһы сиктәрендә пилотһыҙ осоу аппараттарына практик идара итеүҙе һәм файҙаланыуҙы үҙләштергән.

Лицей етәкселеге һәм педагогик коллектив артабан үҫеү, камиллашыу йәһәтенән дә маҡсатлы эшмәкәрлек алып бара. 2022 йылда уҡ Өфө фән һәм технологиялар университеты менән хеҙмәттәшлек тураһында килешеү төҙөгән. Бөгөн юғары уҡыу йорто уҡытыусылары мәктәптәрҙә һәм университет лабораторияларында пилотһыҙ осоу аппараттары менән эшләү һәм программалау буйынса лекциялар уҡый.

Хеҙмәттәшлек даирәһен киңәйтеү йәһәтенән дә даими эш алып барыла. «Авиатөҙөлөш профилендәге инженер класы» программаһын тормошҡа ашырыу өсөн лицей Өфө радиоэлектроника, телекоммуникациялар һәм хәүефһеҙлек колледжы, Өфө машиналар эшләү колледжы һәм «УМПО-Берләштерелгән двигателдәр эшләү корпорацияһы» асыҡ акционерҙар йәмғиәте менән хеҙмәттәшлек итә. Бөтә партнерҙар менән дә тейешле килешеүҙәргә ҡул ҡуйылған.

Башҡортостан Мәғариф министрлығының тәьминәт планына ярашлы,  лицей 12 автоматлаштырылған эш урыны һәм әҙер "Пилотһыҙ авиация системалары" комплекстары алды. Бында педагогтар инженер фекерен дә онотмай: белем биреү программаһына ярашлы уҡыусыларҙы дрондарҙы йыйырға һәм уларҙы йүнәтергә өйрәтәләр.

«МХО иртәме-һуңмы тамамланасаҡ, ә пилотһыҙ авиация системалары төрлө өлкәләрҙә, ауыл хужалығынан алып ҡотҡарыу операцияларына тиклем ҡулланыласаҡ», – тип билдәләне төбәк Башлығы Радий Хәбиров бер сығышында.

155-се лицей миҫалынан күренеүенсә, Башҡортостан инженер кадрҙарын үҫтереү өсөн әҙер майҙансыҡҡа эйә була бара. Бөгөн уларҙа белем алып, тәжрибә туплаусылар иртәгә республиканың технологик суверенитетын тәьмин итеү өсөн производствоға, геология-разведкаға, ауыл хужалығына һәм логистик үҙәктәргә эшкә киләсәк.

Сығанаҡ: gorobzor.ru

Гөлдәр Яҡшығолова

https://bashgazet.ru/articles/belem-m-t-rbi/2026-05-15/f-u-yusylary-pilot-y-aviatsiyany-l-shter-4687084

Өфө уҡыусылары пилотһыҙ авиацияны үҙләштерә
Өфө уҡыусылары пилотһыҙ авиацияны үҙләштерә
Автор:
Читайте нас