

Ул Көйөргәҙе районы Молокан ауылында тыуып үҫә, әрме хеҙмәтенән һуң Күмертауға йәшәргә күсеп, авиация предприятиеһына һаҡсы булып эшкә урынлаша. Вахта ысулы менән аҡса тапҡан яҡташыбыҙ илдең төрлө төбәктәрендә була. Махсус хәрби операция башланғас, хеҙмәттәштәре яу яланында булғанда өйҙә ятып түҙмәҫен аңлай: илдең Ҡораллы Көстәре менән контракт төҙөй. Егет Курск йүнәлешендә БПЛА-ға ҡаршы көрәш подразделениеһында хеҙмәт итә. Уның бурысы – күк йөҙөндә дошмандың пилотһыҙ аппараттарын асыҡлау. Яугир һөйләүенсә, хәрби хәрәкәттәрҙе алып барыу системаһы хәҙер яңы технологияларға таяна. Был йүнәлеш буйынса уҡытыу өҙлөкһөҙ алып барыла. Яугирҙәрҙе алғы һыҙатҡа ебәрер алдынан да һауанан разведка яһала. Ә һуңынан хәрби бурыстарҙы үтәү араһындағы тәнәфестәрҙә мотлаҡ практик күнекмәләр үткәрелә.
Ҡайһы берҙә көнөнә 10-15 дошман дронын тотоп алырға тура килә, уларҙы дошман хәрби маҡсат та ғына түгел, Рәсәй төпкөлөнә тыныс халыҡҡа ла һөжүм менән ебәрә. Бөтә процестар һәм иҫәпләүҙәр электрон системала башҡарыла.
“Егет” был һөнәрҙе үҙләштереү еңел булмауын таный, һәм ул үҙенең оҫталығын камиллаштырыуҙы дауам итә.
- Дрон менән идара итеү нескәлектәрен тәжрибәлерәк хеҙмәттәштәр аңлатты. Дошмандың көсөн дә дөрөҫ баһалай белергә, беҙгә лә был йүнәлештә белемде камиллаштырырға кәрәк, - тип һөйләй ир.
Һәр секунд һайын яугирҙәргә хәүеф янай, әммә яҡташыбыҙға ярҙам иткән төп принцип - ыңғай һәм әхлаҡи яҡтан тотороҡло булып ҡалыу. Сөнки кәйефең төшөп үҙеңә бикләнһәң, эштә тотҡарлыҡ барлыҡҡа килеүен көт тә тор.
- Ҡурҡыу тойғоһо һәр кемгә хас, һәр кем йәшәргә теләй. Һин быны булдыраһың, ҡулыңдан килә, тип характер булдыраһың һәм эшләй башлайһың, – тип уртаҡлаша яугир. Ҡаһармандың бындай ҡарары быуындар күсәгилешлегенең туранан-тура дәлиле булып тора. Уның ҡарт олатаһы ла Бөйөк Ватан һуғышында Берлинға барып еткән. Бәлки, Ҡыҙыл Армия һалдаты Курск ерен дә азат иткәндер, ә бөгөн уның ейәне намыҫлы һәм тоғро хеҙмәт итә, олатаһының яҙмышын дауам итә һәм уның тураһында хәтерҙе һаҡлай.
Әҡлимә Имамова